Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Март 2022, 09:31

Башҡа ил ҡабул итәсәк

Быға тиклем волейбол буйынса донъя чемпионатының быйыл август аҙағында илдәге 10 ҡалала ойоштороласағы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Тик был сара беҙҙә үткәрелмәйәсәк: ир-егеттәр командалары араһындағы волейбол буйынса донъя чемпионаты Рәсәйҙән күсерелгән. Был хаҡта Халыҡ-ара волейбол федерацияһының (FIVB) рәсми сайтында хәбәр ителә. “Һуңғараҡ чемпионатты ҡабул итәсәк яңы илдәр иғлан ителәсәк”, – тиелә мәғлүмәттә. Шулай уҡ Украиналағы хәл-ваҡиғаларҙың быға сәбәп икәнлеге хаҡында әйтелә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: