Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Июль 2022, 20:23

Стәрлебаш батыры – иң көслөһө!

АФАРИН! Илдар Моратов үҙе лә, уның егеттәре лә илдә алдынғы урындарҙы бирмәй.

И. Моратовтың шәхси архивынан.
Фото:И. Моратовтың шәхси архивынан.

Стәрлебаш районының көрәш мәктәбе илебеҙҙә иң алдын­ғы­ларҙың береһе булыуын дәлил­ләүен дауам итә. Ошо көндәрҙә матур яңылыҡты бер юлы Мәскәү менән Ҡазан ҡалала­рынан ал­дыҡ. Стәрлебаш батыры, респуб­ликала көрәште үҫтереүгә ҙур кө­сөн һалған яҡташыбыҙ Илдар Моратов йәнә ҙур еңеүҙәр яуланы.

Илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән “Автодор кубогы” тип атал­ған билбаулы көрәш буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙа уны еңеү­се табылмаған. Ул үҙенең ауыр­лыҡ категорияһында – чемпион! Икенсе ҙур турнир Татарстандың баш ҡала­һын­да үткән. Бында ла Илдар Илдус улы еңеүҙе бер кем­гә лә бирмәгән. Билбаулы кө­рәш буйынса донъя чемпионатында чемпион титулын йәнә ул яу­лаған. Ул тән ауырлығы 100 ки­лограмға тиклемге ирҙәр ара­һында иң көслөһө тип танылды.

Әйткәндәй, Илдар Моратов тренер­лыҡ эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Татарстандағы ярыш­тарҙа уның уҡыу­сылары ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. 55 кило­грамға тиклемге ауырлыҡ кате­горияһында Аслиддин Отабоев икенсе урын алды, Дим Ишем­бәтов – өсөнсө урын!

Илдар Моратов 2014 йылдан тренер булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 200 самаһы спортсы тәрбиәләгән. Рәсәйҙең спорт мастеры, “Көрәш” буйынса баш тренер, Башҡортостандың өлкән тре­неры, көрәш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы йәштәренең өлкән тренеры, күп тапҡыр Баш­ҡортостан һәм Рәсәй чемпионы.

Үҙенең спорт карьераһында бик ҙур уңыштарға өлгәшһә лә, Илдар Моратов һәм уның егет­тәре туҡтап ҡалырға йыйынмай. “Артабан үҫәһе үрҙәр, яулайһы еңеүҙәр күп әле. Был әле ҙур эшебеҙҙең башы ғына”, – ти ул.

Талантлы спортсы хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡыр­һығыҙ.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: