Башҡортостандан бейеклеккә һикереү буйынса 2018 йылда донья чемпионы булған һәм 2017 йылда көмөш миҙал яулаған билдәле спортсы Данил Лысенко дүрт йыллыҡ дисквалификациянан һуң спортҡа кире ҡайтыу өсөн фатирын һатҡан.
– Төҙөлөш фирмаһында эшләнем, “ГАЗель”дә йөрөнөм. Магазиндарҙан төҙөлөшкә материалдар ташыным. Ошондай тәжрибәм булғанға шатмын. Эш хаҡы ла насар түгел ине. Әлеге спорттан финанс яҡтан килем алмайым. Йыйған аҡса бөттө. Ул саҡта миңә 20 йәш ине, еңеүҙән килгән аҡсаларҙы йыйып, тыуған ҡалам Бөрөлә фатир алдым. Һәм бына, төҙөлөштән киткәс, уны һатырға булдым, сөнки башҡа сара ҡалманы. Шулай итеп, беҙ бер ни тиклем ваҡыт тыныс шөғөлләнеү өсөн аҡсалы булдыҡ, – тип уртаҡлаша Данил Лысенко “Спорт-Экспресс” баҫмаһына.
Фото: “Телеграм”.