Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Декабрь 2022, 22:50

Футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды

Еңеүсене беҙ ҙә ҡотлайбыҙ!

Футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды
Футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды

Бына нисә көн инде барлыҡ футбол яратыусыларҙы көсөргәнештә тотҡан Футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды.  Бөгөн финал ярыштарында  Аргентина менән Франция осрашты. Шулай итеп еңеүсе билдәле. Донъя чемпионы – Аргентина командаһы!

Әйткәндәй, чемпионат шуныһы менән дә ҡыҙыҡлы булды – был уйын Аргентина командаһы капитаны Леонель Мессиның  һуңғы чемпионаты ине. Барлыҡ титулдар эйәһе булһа ла, Месси әле булһа донъя чемпионы булып танылмаған ине. Һәм футбол тарихында, бигерәк тә Аргентина  тарихында карьераһын иң яҡшы спортсы миҫалында тамамлау 16 йәштән футболға килгән һәм ғүмере буйы ошо спортҡа тоғро ҡалған Месси өсөн бик мөһим ине.

 

Шулай итеп, Аргентина – чемпион!  Месси – чемпион! 

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: