Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.
“Байрамдар байрам менән, ә спортсыларыбыҙ бер-ике көн ял итте лә, күнекмәләрҙе башланы.
Данлыҡлы йөҙөүселәребеҙ, Токиола үткәрелгән Паралимпия уйындары еңеүселәре Илнур Ғарипов менән Богдан Мозговой, Паралимпиадала призлы урындар яулаған Аделина Рәзетдинова бер нисә сәғәт ваҡытын бассейнда үткәрә.
Фехтование менән шөғөлләнеүсе Тимур Сафиндың һәм Аделина Заһиҙуллинаның – үҙ программаһы. Тимур Өфөлә шөғөлләнә, Аделина – Мәскәүҙә.
Өфөлә биатлонсыларыбыҙҙың йыйындары башланды. Яңы йыл көндәрендә һауа торошо ябай түгел, әлбиттә, ҡар яуҙы, ел сыҡты. Бөгөн генә аяҙыны, биатлонсылар күнекмәләрҙе әүҙемерәк үткәрәсәк.
Слаломсы Алһыу Минажева миҙгелгә әлегә Мәскәүҙә әҙерләнә. Әммә беҙ Инорста Ишкәкле слалом үҙәген төҙөйбөҙ, был спорт төрө вәкилдәре өйөндә шөғөлләнә алһын өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырасаҡбыҙ.
Әле лә төрлө кимәлдәге ярыштарҙы үткәрәбеҙ. Яҡын арала, 9 ғинуарҙа, Башҡортостанда 17-18 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса беренселек башлана.
Февраль башында 19-21 йәшлектәр араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары ҡатнашыусыларын ҡабул итәсәкбеҙ.
Параллель рәүештә ир-егеттәр араһында спорт көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты була. Тотош илдән спортсыларҙы көтәбеҙ.
Барыһына ла спорт еңеүҙәре!”.
Фотолар: vk.com/radiyhabirov?z=photo413272232_457267456%2Fwall413272232_950120