-1 °С
Ҡар
Ханты-Мансийск ҡалаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында Рәсәй беренселеге ярыштары уҙҙы.
Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәп уҡыусыһы Ислам Күскилдин (тренеры Радик Байгилдин) Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Илебеҙҙә уҙғарылған барлыҡ саңғы ярыштарында еңеп сыҡҡан Исламға, иҫ киткес тренер, иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы, үҙ эшен яратып башҡарған Радик Ришат улына “Афарин!” тиергә ҡала!