Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Июнь 2023, 20:05

"Арағыҙҙа - буласаҡ бөйөк спортсылар!"

“Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале тантаналы асылды.

"Арағыҙҙа - буласаҡ бөйөк спортсылар!"
"Арағыҙҙа - буласаҡ бөйөк спортсылар!"

26 июндә Өфөләге “Ватан” этнопаркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьёв “Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул Өфөлә барған ике илдең X Төбәктәр форумы саралары программаһы сиктәрендә башланды. Почётлы ҡунаҡтар фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, уларға сағыу ярыштар теләне.

– Бөгөн бөтә республика исеменән һеҙҙе ҡунаҡсыл Башҡортостан һәм баш ҡалабыҙ – Өфөлә сәләмләйем. Беҙ туғандаш Беларусь йәштәр командаһына бик шатбыҙ. Рәсәй төбәктәренең йыйылма командаһын да сәләмләйбеҙ! – тине ул. – Бөгөн бәхет хисе кисерәбеҙ, сөнки бында, Башҡортостанда, иҫ киткес йәштәр йыйылған. Беҙ Рәсәй менән Беларусь араһында, бөтә төбәктәр араһында дуҫлыҡты нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Һәм был илдәребеҙҙе тағы ла көслөрәк һәм күркәмерәк итә. Моғайын, һеҙҙең арағыҙҙа Иван Иванович Едешко, Ирина Константиновна Роднина кеүек буласаҡ олимпия чемпиондары ла барҙыр. Улар – бөйөк спортсылар, беҙ уларҙан өлгө алырға тейеш. Һәм беҙ бөгөн уларҙың беҙҙең менән булыуына ғорурланабыҙ. Иң мөһиме, спорт һәм дуҫлыҡ арҡаһында һеҙ яҡшы кешеләр, Рәсәй Федерацияһының һәм Беларусь Республикаһының ысын патриоттары булып үҫерһегеҙ. Сағыу спорт көрәше һәм ғәҙел еңеүҙәр теләйем!

Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьёв йәштәрҙең илдең халыҡ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыуға тос өлөш индереүен билдәләне.

– Бөтә йөрәктән Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә үткәрелгән мәктәп спорт байрамы асылыу менән ҡотлайым. Бөгөн беҙҙең күп һанлы халыҡ-ара форумдарыбыҙ йәштәр фестивалдәре һәм ярыштары менән иңгә-иң терәп бара, – тине Юрий Воробьёв. – Йылдар үткән һайын һеҙҙең йәш йөрәктәрегеҙ аша Рәсәй һәм Беларусь дуҫлығы нығыныр, тип ышанабыҙ. Был бик мөһим. Барығыҙға ла яҡшы спорт көндәре һәм еңеүҙәр теләйем!

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы шулай уҡ легендар совет спортсылары, олимпия чемпиондары һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа күп тапҡыр еңеүселәр – Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты, фигурист Ирина Роднина һәм баскетболсы Иван Едешко сәләмләне.

Физик культураны үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн Радий Хәбиров танылған фигурисҡа Башҡортостан Башлығынан рәхмәт хаты тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: