Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Октябрь 2023, 23:50

Радий Хәбиров Башҡортостан Спорт министрлығы коллективын юбилейы менән ҡотланы

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков республиканың Спорт министрлығына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ведомство коллективын юбилейы менән ҡотланы һәм спортты һәм физик культураны үҫтереү – республикала дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, тип билдәләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан Спорт министрлығы коллективын юбилейы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан Спорт министрлығы коллективын юбилейы менән ҡотланы

– Республикабыҙҙа бай спорт традициялары бар. Беҙ 199 миҙал яулаған 76 Олимпия, Паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпионы һәм призеры менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан тарихында беренсе Олимпия миҙалын, бронза миҙалды саңғысы Геннадий Вагановтың 1960 йылда яулағанын хәтерләйбеҙ. Республиканың һәм илдең спорт йылъяҙмаһына күренекле атлеттарыбыҙ Игорь Кравчук, Әнүәр Ибраһимов, Светлана Гладышева, Эдуард Латипов, Тамара Танһыҡҡужина, Алексей Буренин, Ғабдрахман Ҡадиров, Николай Красников, Артур Зөлҡәрнәев, Рима Баталованың исемдәре мәңгелеккә яҙылған. Башҡортостан тарихи яҡтан спорттың күп төрҙәре, шул иҫәптән тректа мотоуҙыш, биатлон, шашка спорты, фехтование, шорт-трек, хоккей буйынса терәк төбәк булып тора, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында дисциплиналарҙы артабан үҫтереү өсөн яңы объекттар төҙөлә. Билдәләп үтәйек, спорт ҡоролмалары һаны буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Ә 2019 йылда милли спорт премияһы йомғаҡтары буйынса республика Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды.

- Ҡәҙерле спортсылар, тренерҙар, остаздар, спорт ярыштарын ойоштороусылар! Йәнә бер тапҡыр министрлыҡтың юбилейы менән ихлас ҡотлайым, ғүмерен спортҡа бағышлаған кешеләргә ихлас рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңышлы старттар, Рәсәй спорты даны хаҡына яңы сағыу еңеүҙәр теләйем, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков төбәк етәксеһенә Олимпия хәрәкәтенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Радий Хәбировҡа «Физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһен тапшырҙы. Рәсәй Спорт министрлығының физик культура һәм күмәк спорт департаменты директоры Максим Уразов, республика йыл һайын ил масштабында сағыу спорт ваҡиғалары өсөн майҙансыҡҡа әйләнә, тип белдерҙе. Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ярыштары юғары кимәлдә үтә. Ул шулай уҡ Башҡортостандың Олимпия миҙалдары һаны һәм күмәк спортты үҫтереү күрһәткестәре буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сара сиктәрендә Радий Хәбиров «Башҡортостандың иң спортлы муниципаль районы» номинацияһында -Белорет районы һәм «Башҡортостандың иң спортлы ҡалаһы» номинацияһында  Өфө ҡалаһының Республика спорт премияһы еңеүселәренә дәүләт наградаларын, шулай уҡ сертификаттар тапшырҙы.

Радий Хәбиров Һәм Станислав Поздняков шулай уҡ республика Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған күргәҙмәне ҡараны.Төбәк Башлығына конькиҙа шыуыусы Миңлеғәле Шайморатовтың 1941 йылғы уникаль архив фотоһын күрһәттеләр.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов күргәҙмәне ҡараған саҡта, ведомствның тарихы 1923 йылдың 17 июлендә башлана, тине. Был көндә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән юғары физик культура һәм спорт советы ойошторола. Уның беренсе рәйесе булып Бәләбәйҙән 24 йәшлек Али Тереғолов һайланған. Радий Хәбиров шулай уҡ «Өфө» футбол клубының тренерҙар штабы вәкилдәре һәм «Урал» волейбол клубы президенты Валерий Багметов менән аралашты. Футболсыларға төбәк Башлығы үҙҙәренең һуңғы матчтарында күрһәткән матур, динамик уйынын, ә волейбол командаһына 11 октябрҙә, Республика көнөндә, старт аласаҡ «Pari Суперлига»ның яңы миҙгелендә уңыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләне.

https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/171020.html

 

Радий Хәбиров Башҡортостан Спорт министрлығы коллективын юбилейы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан Спорт министрлығы коллективын юбилейы менән ҡотланы
Автор:
Читайте нас: