Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Октябрь 2023, 20:40

21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды

Турнир Өфөлә Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә, адресы: Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47. Инеү ирекле.

21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды
21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды

21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй кубогын асыу тантанаһы булды

Илдең 15 төбәгенән килгән 50-нән ашыу ҡатнашыусыны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй Федерация Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, БР коляскала спорт бейеүҙәре федерацияһы президенты Светлана Басюк һәм коляскала спорт бейеүҙәре федерацияһы президенты Елена Лозко тәбрикләне.

- Коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогы дүртенсе тапҡыр үткәрелеп, илдә киң танылыу ала бара. Башҡортостан үҙ ерендә бындай ярышты тәүгә үткәрә. Коляскала бейеү - хәҙер популяр йүнәлеш, ул ҙур ихтыяр көсө булған һәм изге күңелле һәләтле кешеләрҙе берләштерә, - тип асып ебәрҙе тантананы Ирек Сәғитов.

Рима Баталова спортсыларҙы дәртләндереп:

- Алға табан барығыҙ, бер ваҡытта ла рухығыҙ һынмаһын тип әйткем килә. Һеҙ матурлығығыҙ менән бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сығаһығыҙ һәм башҡаларға нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтәһегеҙ. Алға, тик алға! - тине.

Спорт министры Руслан Хәбибов, коляскала бейеү – Башҡортостан Республикаһының яңы бите, тип билдәләне һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, барыһын да икенсе йыл Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт иле 2024” ҙур халыҡ-ара форумда ҡатнашырға саҡырҙы.

Светлана Басюк был спорт төрөнә булышлыҡ иткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Елена Лозко ҡунаҡсыл башҡорт еренә, спорт үҙәгенә рәхмәтен белдерҙе. Был бейеү спортының ни тиклем матур булыуын күрһәтергә килдек, тип өҫтәне ул. Ҡатнашыусыларға сығыштарында уңыштар теләп, Елена Лозко 2023 йылдың Рәсәй Кубогын асыҡ тип иғлан итте.

Сағыу күрһәтмә номер менән Башҡортостан Республикаһы коляскала бейеү буйынса йыйылма командаһы, башҡорт бейеүе менән “Сармат” халыҡ бейеү ансамбле сығыш яһаны, артабан паркетҡа Рәсәйҙең 15 төбәгенән килгән спортсы теҙелде.

Тантана һуңында почетлы ҡунаҡтар Рәсәй Кубогы 2023 ҡатнашыусылары менән бергә коллектив фотоға төштө.

Турнир Өфөлә Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә, адресы: Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47. Инеү ирекле.

Кубок БР Спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәре спорты федерацияһы, “Бөтә Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәре спорты федерацияһы” БР-ҙағы бүлексәһе, “Коляскала спорт бейеүҙәре федерацияһы”төбәк-ара инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаһы, Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

Фото: Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге мабуғат хеҙмәте.  

 

21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды
21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды
21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды
21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды
21 октябрҙә Өфөлә коляскала бейеү буйынса Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы булды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: