Бөтә яңылыҡтар

Күмертауҙар Пензала аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте

8 марттан 10 мартҡа тиклем Пенза ҡалаһында Фитнес-аэробика буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты беренселеге һәм “Яңы тулҡын” исеме аҫтында фитнес-аэробика буйынса ярыш үтте.

Күмертауҙар Пензала  аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
Күмертауҙар Пензала аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте

Унда Күмертау ҡалаһы балалар ижады үҙәгенән Гүзәл Ғәзизова етәкселегендә йыйылма команда сығыш яһаны. Өс көн барған көсөргәнешле ярышта күмертауҙар яҡшы һөҙөмтә менән финалға сыҡты. Степ дисциплинаһында 19 йәш һәм унан өлкәндәр араһында “Дрим Тим” командаһы - 2-се, 8-10 йәш категорияһында "СтарТим Соник "командаһы 4-се урынды, аэробика төрөндә 14-16 йәш категорияһында "Рубби Глосс" командаһы 5-се урынды яуланы.

Өлкәндәр төркөмөндә Яна Камаева - икенсе урында. Аделина Ғәзизова, Диана Дементьева, Анастасия Шестова, Диана Әғлиулина, Юлия Кряжева, Людмила Сергеева, Ульяна Спиридонова финалға үтте, еңеүселәргә миҙалдар, дипломдар, тренерҙарға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Күмертауҙар Пензала  аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
Күмертауҙар Пензала  аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
Күмертауҙар Пензала  аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
Күмертауҙар Пензала  аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
Күмертауҙар Пензала аэробика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: