Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Апрель , 20:45

Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы

  Динис Бүләков исемендәге мәктәптә  РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре Әхтәм Йомагилде улы Юлмөхәмәтовтың 70 йыллыҡ юбилейына арналған милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. Батырҙар төйәге, тамьян ырыуы йәшәгән Смаҡ ауылы республиканың көньяҡ райондары спортсыларын, атаҡлы тренерҙарҙы йыйҙы.

Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы

Сара алдынан Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыков, Ергән ауылы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры директоры Фәнүр Ғәйнетдинов, «Яугир» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Марат Аҙнағолов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар, Арыҫлан еренең данлы улдарын иҫкә алып, арҙаҡлы яҙыусы Динис Бүләков бюсына, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Илшат Иманғоловтың мемориаль таҡтаһына сәскәләр һалды.

Артабан Әхтәм Йомагилде улын хөрмәтләп тантаналы линейка, мәктәп буйлап экскурсия үтте. Көрәш буйынса турнирҙа Миәкә, Баймаҡ Ейәнсура, Федоровка, Ауырғазы, Күгәрсен, Мәләүез райондарынан (Смаҡ, Первомайский ауылдары), Мәләүез ҡалаһынан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһынан 78 бала ҡатнашты.

Мәләүездәр яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте! 25 һәм 30 килограмм ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урынды Айназ Хәмитов Һәм Әмир Ташбулатов яуланы (9-сы Башҡорт гимназияһы), 35 килограмлыҡ категорияла Смаҡ ауылынан Вилдан Тимерғәлин Һәм Динар Ярҡынбаевҡа тиңдәр табылманы (тренеры - И.Ә. Юлмөхәмәтов). Өсөнсө урынды Илдар Хәмитов яуланы (тренеры - Ә.Х. Хисаметдинов). 40 килограмм ауырлыҡ категорияһында И.Ә. Юлмөхәмәтовтың тәрбиәләнеүселәре уңыштары менән ҡыуандырҙы: икенсе урында - Илмир Тимерғәлин, өсөнсөлә - Илвир Күҫәкәев. 45 килограмлыҡ категорияла өсөнсө урынды Арыҫлан Алтынсурин яуланы (тренеры - Ә.Х. Хисаметдинов). 50 килограмм ауырлыҡ категорияһында Морат Дәүләтбирҙин еңеү яуланы, өсөнсө урында -  Алмас Абдулғужин (тренеры - Ә.Х. Хисаметдинов). 55 килограмлыҡ категорияла ла уңыштар бар - икенсе урынды Ибраһим Одинаев (тренеры - И.Ә. Юлмөхәмәтов) алды, пьедесталдың өсөнсө баҫҡысында - Радмир Күсмәев (тренеры - Ә. Х. Хисаметдинов). Илназ Зөбәйеров (тренеры - И.А. Юлмөхәмәтов) 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы. Рәсим Күсмәев (тренеры - Ә. Х. Хисаметдинов) өсөнсө урынды ҡулдан ысҡындырманы.

Первомайский ауылында ла спортҡа һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә, һөҙөмтәләр шуны һөйләй. Үҙ ауырлыҡ категорияһында - Артур Хөсәйенов икенсе урында.

Әхтәм Йомагилде улы 47 йыл ғүмерен балаларҙа спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлай һәм әле лә физкультуранан уҡытыуҙы дауам итә, шул уҡ ваҡытта интернатта тәрбиәсе вазифаһын да атҡара. Юбиляр 1954 йылда Ҡотош ауылында тыуған. Уның быуыны балалары спорттан айырылғыһыҙ үҫә, еңел атлетика һәм саңғы спорты менән етди мауыға. Ауыл мәктәбен тамамлағас, район хәрби комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса, Күмертау автомотоклубы водителдәре курсына уҡырға инә. 1972-1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Күмертау педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә. 1977 йылда йәш белгес Мәләүез районында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Бында уҡ яҙмыш уны тормош иптәше Земфира Сәйет ҡыҙы менән бәйләй. Йәш ғаилә Смаҡ ауылында төпләнә. Юлмөхәмәтовтар ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә, уларҙы үҙаллы тормошҡа лайыҡлы әҙерләй.

- Элеккегә ҡарағанда бөгөнгө балаларҙың һаулығы күпкә насарыраҡ. Үҫмерҙәрҙә сколиоз, яҫы табанлылыҡ ҡына түгел, шулай уҡ йөрәк ауырыуҙары, юғары ҡан баҫымы күҙәтелә. Улар сәләмәт үҫһен өсөн бала саҡтан уҡ спортҡа һөйөү тәрбиәләү зарур. Спорт секцияларына йәлеп итеү буйынса эште көсәйтеү мөһим. Һуңғы йылдарҙа ГТО тергеҙелеүенә шатмын, - ти Әхтәм Йомагилде улы. Юбилярҙың улдары бала саҡтан уҡ  спорт менән шөғөлләнә. Илмир Әхтәм улы көрәштә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, республиканың иң көслө тренерҙары иҫәбенә инә. Уның тәрбиәләнеүселәре йыл һайын Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй чемпионы титулын яулай. Әхтәм Йомагилде улының ейәндәре лә -  көрәшселәр, билдәле спортсылар. Батыр Юлмөхәмәтов - өс йыл рәттән Рәсәй беренселегенең көмөш призеры, ә Рамазан Юлмөхәмәтов 2020 йылда Рәсәй федерацияһы чемпионы була.

Бындай юғары һөҙөмтәләр спортсыларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә, тренерҙарын да һәр ваҡыт ҡыуандыра. Һәм былар барыһы ла, әлбиттә, үҙ ваҡытында йәш батырҙарҙың күңелендә һәм йөрәгендә сәскән орлоҡтарҙың емеше.

Сара аҙағында Смаҡ мәктәбе директоры Мораҙым Шаһманов турнирҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән бөтә бағыусыларға рәхмәт белдерҙе. Еңеүселәр өсөн приздар мәктәпте тамамлаусылар, Әхтәм Йомагилде улының уҡыусылары йыйған аҡсаға һатып алынды.

 

Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Мәләүез районы Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Миәкә көрәшселәрен йыйҙы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: