...Туҡталҡала машина ҡуйыу өсөн генә түгел, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған. Шулай ҙа оҫта водитель бер урын тапты. Ниһайәт ямғырҙар туҡтаны, йылы, урындағы туристар, хатта сит ил ҡунаҡтары изге тауҙы күререгә килгән, беҙ ҙә улар араһында бына тәбиғәт бүләк иткән ҡомартҡыбыҙға бағып торабыҙ әле... Бөгөн Башҡортостандың бер төркөм журналистары “Торатау” геопаркына матбуғат туры менән сәйәхәт ҡылды. Төрлө баҫма хәбәрселәре, етәкселәре, блогерҙар Торатау итәгендә эшләп килгән геоапарк эшмәкәрлеге һәм үҙенсәлектәр менән танышты. Тур ваҡытында журналистар геопарк хаҡында ла, изге тауҙың тарихы тураһында ла бик күп мәғлүмәт туплай алды.
Хәтерләйһегеҙҙер, әле бынан бер нисә йыл элек кенә был урында туризмды үҫтереүсе объкеттар, уңайлылыҡтарҙы хәтерләткән бер күренеш тә юҡ ине. Үҙ белдек менән ҡайҙа етте шунда күтәрелгән, ҡайҙа етте шунда сүп ҡалдырып, уникаль үлән-үҫемлектәрҙе иҙеп-тапап, бысраҡҡа батырып йөрөү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хәйер, изге тауыбыҙҙың үҙенең яҙмышы ла ҡыл өҫтөндә ине шул...
Ә бөгөн, ниһайәт, тау махсус статусҡа эйә һәм тейешле экологик ведомоство-ойшомалар тарафынан закон буйынса һаҡлана. Йәшерен-батырын түгел, был, әлбиттә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров власҡа килгәс ирешкән һөҙөмтәһе. Улай ғына ла түгел, тауҙы изге төшөнсә икәнен һәм ул һаҡланырға тейешлеген иҫбатлау, тейешле ҡарарға ирешеү еңел булманы. Көрәш һөҙөмтәһендә республика етәкселеге тауҙың яҙмышын ыңғай хәл итә алды һәм бының менән генә туҡталып ҡалманы, уның тирә-яғын да тәртипкә килтерә. Әлеге көндә изге тауыбыҙ янында тотош туристик комплекс ҡалҡып сыҡты ла, музей, ресторан, ял йортон һәм башҡа уңайлылыҡ-мөмкинселектәрҙе тәшкил иткән тирмәләр балҡып тора. Уның тирәләй агротуризм, экотуризм тигән төшөнсәләрҙе ғәмәлдә күрһәтеп, умартасылыҡ, солоҡсолоҡто күрһәтеүсе, башҡорт халҡының шөғөлөн, үҙенсәлектәрен һөйләп торған биләмә лә барлыҡҡа килде – бында умарталар урынлашҡан, умарталар урынлаштырылған өйҙәр ҙә бар, солоҡсолоҡ күренештәре менән дә танышырға була.
Геопарк вәкилдәре белдереүенсә, был уңайлыҡтар, объекттар барлыҡҡа килгәс, туристар һаны бермә-бер артҡан һәм, иң мөһиме, тауға күтәрелеү, тауҙы килеп күреү тәртипкә нигеҙләнгән системаға әүерелгән. Мәҫәлән, баҫҡыс ҡуйғас быйыл хатта туҡһан йәшлек инәй ҙә тауға күтәрелгән. Ә бөгөн иһә тотош туй килеп төштө был урынға. “Ҡунаҡтар араһында сит өлкәнән дә күп килделәр, уларға ошо матур тауҙы нисек күрһәтмәйһең”, - тип бүлеште өйләнешкән пар журналистарға.
...Геопарк, тирмәләр, кафе тигәс, тау янында аҡса эшләү, бизнес ҡоралар тигән шик-шөбәләр ҙә тыумай ҡалмайҙыр. Ошо урында шуныһын да асыҡлау фараздыр: геопарк коммерция булмаған ойошма нигеҙендә эшләп килә һәм ул тулыһынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында. Сығымдар ҙа урындағы бюджет иҫәбенә. Табыш тигәндән, бында һүҙ уның хаҡында әлегә бөтөнләй бармай, тәү сиратта изге тауыбыҙ, геопарктың башҡа объекттарында тәртип урынлаштырыу, Башҡортостаныбыҙҙы туризм төбәгенә әйләндереү!
Тулыраҡ киләһе яҙмаларҙа.
Автор фотолары.