Көйөргәҙеләр халҡыбыҙҙың бөйөк улы Кинйә Арыҫланов менән хаҡлы рәүештә ғорурлана, уның иҫтәлегенә төрлө саралар уҙғара, йәш быуынға тарих дөрөҫлөгөн еткерә, уларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләй. Ошо маҡсатта 21 сентябрҙә Кинйә-Абыҙ ауылында батыр иҫтәлегенә арналған традицион уҡ атыу буйынса II асыҡ турнир үткәрелә. Сара сәғәт 11-ҙә башлана, регистрация сәғәт 10-дан.
“Үткәндәр менән ғорурланып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡатмай, киләсәк быуынға еткереү – төп бурысыбыҙ. Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙа 17 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар һәм 17 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Спорт ярыштарында ҡатнашыу тарихи костюмдарҙа булған осраҡта ғына рөхсәт ителә”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
Ғаризалар 16 сентябргә тиклем foksokol@mail.ru электрон почтаға ҡабул ителә. Турнирҙың шарттары менән тулыраҡ аҫтағы һылтанма аша танышырға була: https://vk.com/doc334570498_684291982?hash=sQ6hbTUWQOnpq732W50SIuoKFY55I6kWme32dyRttLg&dl=B7UhiBac4JRnbmhzd5r2PlcaBGQdbevO1husHTmZ9OL
6+
Фото: Марсель Ярышев.