1 октябрҙә, Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә, Октябрьскийҙың Боҙ һарайында «көмөш» йәштәгеләр өсөн һауыҡтырыу байрамы - конькиҙа бушлай шыуыу сараһы үтте. Унда 100-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө менән сарала ҡатнашыусыларҙы Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский һәм боҙ һарайы директоры Марат Фәттәхов ҡотланы.
- Бөгөн бында бик күп кешенең килеүе ҡыуаныслы. Дөйөм алғанда, был майҙансыҡ халыҡта, шул иҫәптән «көмөш» йәштәгеләрҙә, шулай уҡ йәштәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, – тине Алексей Пальчинский. - Беҙ Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм «Башнефть» компанияһы етәкселегенә төбәктә күмәк спортты үҫтереүгә һәм ошондай иҫ киткес боҙ һарайын булдырыуға иғтибар иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Был - Октябрьскийҙың ысын ынйыһы.
Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә боҙ һарайында республика спортсыларының күрһәтмә сығыштары үтте. Артабан тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә «көмөш» йәштәгеләр өсөн бушлай дәрестәр ойошторолдо.
- Боҙ һарайына өлкән быуын кешеләренең 50 процент ташлама менән инеү мөмкинлеге бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды комплекс директоры Марат Фәттәхов. - Күп кенә ветерандарыбыҙ үҙҙәрен яҡшы физик формала тотоу өсөн даими рәүештә бында килә.
Байрам сараһында ҡатнашыусылар һауыҡтырыу сараһынан алған тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты. Улар сараның сағыу, ыңғай атмосфераһын билдәләне һәм ойоштороусыларға һаулыҡты нығытыуға һәм өлкән быуындың әүҙем ялын яҡлауға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ҡала боҙ һарайы – Башҡортостандың көнбайышында иң заманса спорт комплекстарының береһе. Дөйөм майҙаны 6,5 мең квадрат метрлыҡ объект «Башнефть» ярҙамында төҙөлдө һәм 2023 йылдың декабрендә асылды.
Боҙ һарайы эшләгән осорҙа бында бик күп күмәк спорт саралары үткәрелә. Бынан тыш, 2024 йылдың майында спорт комплексы базаһында хоккей һәм фигуралы шыуыу йүнәлештәре буйынса спорт мәктәбе эшләй башлай. Был йүнәлештәрҙә 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.
«Башнефть» компанияһында билдәләүҙәренсә, күмәк, балалар һәм үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү – нефть компанияһының республикалағы хәйриә программаһының төп йүнәлештәренең береһе.
2017 йылдан «Роснефть» («Башнефть» компанияһының баш компанияһы) менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә 30-ҙан ашыу спорт объекты төҙөлдө һәм реконструкцияланды, был республика халҡы өсөн спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеүҙе киңәйтергә мөмкинлек бирҙе.