Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Ноябрь 2024, 13:15

Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр

Бөтә Рәсәй самбо көнөн билдәләгән ваҡытта 15 – 17 ноябрҙә “Йондоҙ” Бөтә Рәсәй балалар ярыштары үткәрелә.

15 - 17 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында "Zа самбо" федераль проектына ярашлы, форум бара.

Сарала 600 тирәһе кеше ҡатнаша. Унда самбо үҫеше һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләләре ҡарала. Самбоның киләсәге, ауылда спорт, студенттар һәм уҡыусылар спорты тураһында һөйләшеүҙәр була.

Дискуссия майҙансыҡтары “Ауылда самбо” һәм “Адаптив самбо” тигән блоктарҙан тора. Тәүгеһендә - "Zа самбо" федераль проекты  координаторы, Орел өлкәһенең Самбо федерацияһы президенты Анатолий Якунин, икенсеһендә Сочи ҡалаһының Дзюдо һәм самбо буйынса федерацияһы президенты, Сочи ҡалаһы йыйылышы депутаты Владимир Елединов модератор булды.

Бөтә Рәсәй самбо көнөн билдәләгән ваҡытта 15 – 17 ноябрҙә “Йондоҙ” Бөтә Рәсәй балалар ярыштары үткәрелә.

Рәсәйҙә 2700 мәктәп "Самбоны - мәктәпкә" проектында ҡатнаша. Краснодар крайынан, Свердловск, Новосибирск өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән вәкилдәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, балаларҙы самбо менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, самбоны йәшәү рәүешенә әүерелдереү һәм башҡалар тураһында һөйләшеүҙәр булды.

Автор фотолары.

Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Ауылда самбоны үҫтереү тураһында ла һөйләштеләр
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: