Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Февраль 2025, 16:30

Башҡортостанда балалар араһында беренсе ҡышҡы Спартакиада уҙа

Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында үтәсәк.

Башҡортостанда балалар араһында беренсе ҡышҡы Спартакиада уҙа
Башҡортостанда балалар араһында беренсе ҡышҡы Спартакиада уҙа

2025 йылда Башҡортостан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе ҡышҡы Спартакиадаһын ҡабул итә.

14 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Көн тәртибендә - спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ төбәктә ҙур саралар, атап әйткәндә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе ҡышҡы Спартакиадаһын үткәреү.

Рәсәй Спорт министрлығы ҡарары буйынса, сара Өфөлә 2025 йылдың декабрендә үтәсәк. Осрашыуҙа Радий Хәбиров Башҡортостанда төрлө дисциплиналарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ халыҡты физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре хаҡында һөйләне.

- Беҙ күп кенә мөһим ярыштарҙы ҡабул итеү менән ғорурланабыҙ. Һаңғырауҙар спорты буйынса Бөтә Рәсәй ҡышҡы Спартакиада ҙур ваҡиғаға әйләнде. Ярыштарҙа илдең 30 төбәгенән иң көслө спортсылар ҡатнаша. Беҙ республиканың иң яҡшы спорт майҙансыҡтарын тәҡдим иттек, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Быйыл декабрҙә Башҡортостан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе ҡышҡы Спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Уны уңышлы үткәреү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.

Одес Байсолтанов Башҡортостандың Рәсәйҙең спорт инфраструктураһын үҫтереүгә индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Төбәк спорт объекттары һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инә, республика биләмәһендә ярыштарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуына бер ҡасан да шикләнмәнек. Тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тип билдәләне Одес Байсолтанов.

Радий Хәбиров Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса саралар тураһында ла һөйләне.

- Мөмкин тиклем күберәк кешене спортҡа йәлеп итеү өсөн төрлө программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әүҙем халыҡҡа ярҙам итеү программаһы бар. Әгәр 60 йәштән өлкән кеше ГТО нормаларын үтәһә, ул спорт объекттарына барыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат ала. Был кешеләрҙе әүҙем тормош алып барырға дәртләндерә, – тине республика Башлығы.

Башҡортостанда спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эш дауам итә, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

- Проектлау һәм төҙөлөш стадияһында 16 ҙур объект. Спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас