2025 йылдың 3 июленән 6-на тиклем Учалы районының Ҡотой ауылында Рәсәйҙең спорт мастеры Ғайсар Хәлиҙәр улы Ғәлин иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса VII «Олотау йыйыны» традицион фестивале үтәсәк.
*3 июлдә, командалар килгән көндә, төркөм этабы уйындары башлана.
*4 июлдә төркөм этабының дауамы.
*4 һәм 5 июлдә төп футбол матчтары менән параллель рәүештә киберфутбол буйынса III «Олотау йыйыны» чемпионаты, аттарҙа футбол буйынса I «Олотау йыйыны» турниры (күсмә халыҡтарҙың милли уйыны «Ылаҡ») һәм волейбол буйынса I турнир үтәсәк.
*5 июлдә плей-офф уйындары.
*5 июлдә мини-футбол буйынса II «Олотау йыйыны» ҡатын-ҡыҙҙар турниры үтә.
*4 июлдә фестивалдең бөтә ҡунаҡтары ла үҙҙәрен ярыштарҙа һынап ҡарай ала:
футбол 1 x 1;
мәргәнлеккә тибеүҙәр;
туп һикертеү;
ҡулсаға ташлау;
армрестлинг;
уҡ атыу;
таш ырғытыу;
"Ауҙарыш" һыбайлылар көрәше;
дзюдо көрәше.
*5 июлдә үткәреләсәк:
футбол 1 x 1;
футбол триатлоны;
мас-рестлинг;
гер этәреү;
башҡорт биатлоны;
тауға йүгереү (Олотау тауына йүгереү);
көрәш;
ат сабышы.
*6 июлдә территорияны йыйыштырыу һәм командаларҙың ҡайтыуы.
VII «Олотау йыйыны» фестивале еңеүсеһе 300 000 һум, башҡорт тоҡомло ат һәм «Олотау йыйыны» эксклюзив күсмә кубогын аласаҡ. "Олотау йыйыны" ҡатын-ҡыҙҙар турниры еңеүсеһе 100 000 һум һәм һыйыр аласаҡ.
Урындар сикләнгән, командағыҙҙы ярышҡа тәҡдим итергә ашығығыҙ! Бөтә ғаризалар фестивалдең рәсми сайты аша ғына ҡабул ителә: olotau.ru
Ғариза бирер алдынан мотлаҡ «Олотау йыйыны» фестиваленең положениеһы менән танышығыҙ. Положение фестивалдең сайтында бар.
Әйткәндәй, беренсе БДБ илдәре командаһы заявка бирҙе лә инде - Павлодарское футбол клубы (Павлодар өлкәһе, Ҡазағстан).
Фото: Марат Бәхтийәров.