11 июндә республиканың Ғафури районындағы «Красноусол» шифаханаһында «Башҡортостанда халыҡ-ара әһәмиәттәге геологик мираҫ объекттарын һаҡлау» тигән конференция үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ЮНЕСКО, Рәсәй Фәндәр академияһы, ғилми ойошмалар һәм профилле федераль ведомстволар вәкилдәре, шулай уҡ халыҡ-ара эксперттар ҡатнашты.
Конференция «Торатау» геопаркы биләмәһендә «Усолка» һәм «Алыҫ Төлкәҫ» халыҡ-ара эталон геологик киҫелештәрен рәсми асыу тантанаһы сиктәрендә үтте.
Республика етәксеһе үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостандың халыҡ-ара әһәмиәттәге геологик мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙҙең төбәк иҫ киткес тәбиғәт ҡомартҡыларына бай. Һәм беҙҙең бурыс – уларҙы фән өсөн тәү сиратта һәм, әлбиттә, кешеләр өсөн асыҡ итеү. Бөгөн республика өсөн үҙенсәлекле көн. Геологик киҫелеш халыҡ-ара фәнни берләшмә тарафынан танылған. Был ҡәҙерле һәм беҙҙең өсөн был бик мөһим. Бөгөн «Торатау» геопаркының йөрәгенә «алтын ҡаҙаҡ» ҡуябыҙ, – тине Радий Хәбиров. Һәр эште кеше хәл итә. Тарихыбыҙҙың һәм тәбиғәтебеҙҙең был иҫ киткес ҡомартҡыһын асыуға өлөш индергән бөтә ғалимдарға һәм белгестәргә рәхмәт белдерәм.
Конференцияла республика Башлығы Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм эксперттарға фәнгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Торатау» геопаркы миҫалында Башҡортостанда геологик мираҫты өйрәнеүҙең үҫеше тураһында күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты.
Сығанаҡ: glavarb.ru