Бөгөн, 11 июндә, Ғафури районындағы «Торатау» геопаркы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һәм Рәсәй сит ил эштәре министрлығының күп яҡлы гуманитар хеҙмәттәшлек Һәм мәҙәни бәйләнештәр буйынса департаменты директоры, ЮНЕСКО эштәре буйынса федераль комиссияның яуаплы секретары Александр Алимов «Усолка» халыҡ-ара эталон геологик киҫелешен асыу тантанаһында ҡатнашты.
Билдәләп үтергә кәрәк, бынан алда «Торатау» геопаркында «Алыҫ Төлкәҫ» киҫелеше асылды. Был Рәсәйҙә халыҡ-ара стратиграфик шкаланың «алтын ҡаҙаҡ» (геологик осор сиктәрен билдәләүсе эталон киҫелештәре) статусын алған тәүге объекттар. Бындай уникаль табылдыҡтарҙы асыу бөтә донъя өсөн мөһим. Мәҫәлән, Ҡытай территорияһында – 10 «алтын ҡаҙаҡ», Ә АҠШ-та – һигеҙ.
Торатау геопаркы биләмәһендә урынлашҡан Усолка киҫелешенең йәше – 294 миллион йыл. Ул Һаҡмар ярусын билдәләү өсөн донъя стандарты булып тора. Ә "Алыҫ Төлкәҫ" (290 млн йыл) Пермь системаһының артин ярусының түбәнге сиге эталоны булып тора.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров геологик киҫелештәрҙе халыҡ-ара кимәлдә эталон тип таныуҙың әһәмиәтен юғары баһаланы.
- Рәсәйҙә быға тиклем бер генә «алтын ҡаҙаҡ» та булмаған. Ғалимдарыбыҙ оҙаҡ ваҡыт Башҡортостан биләмәһендә эш алып барҙы. Геологик киҫелеште тикшерергә, анализларға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә беҙ «алтын ҡаҙаҡ» халыҡ-ара статусын алдыҡ, - тине Радий Хәбиров. - "Торатау” геопаркының әүҙем үҫешеүе, туристарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әйләнеүе мөһим. Был йәһәттән беҙҙә, әлбиттә, бөтә экологик талаптарҙы һаҡлап ҡалыу менән бәйле пландар байтаҡ.
Сығанаҡ: glavarb.ru