Ярһыу аттарҙа ғорур сабып килгән һыбайлылар сәпкә уҡтарын төбәй – бер, ике, өс – тейҙе! Был миҙгелдә көйәрмәндәр күңеле елкенеп китте, шулай булғас, спортсыларҙың үҙҙәренең кисерештәрен дә самалап була. Ошо кисерештәрҙе көҫәү уларҙы ер аяғы-ер башынан алып килеп еткән дә инде сараға – әлеге ярышҡа Мәскәү, Әстрхан, Силәбе өлкәләренән, Татарстан, Сыуашстан, Бүрәт республикаларынан, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан спортсылар йыйылды.
Беҙҙең республикаға килгәндә, һуңғы йылдарҙа милли уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, уҡ-һаҙаҡтың традицион алымдарын өйрәнеү, милләт-ара уҡсыларҙы берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән уңыштар һиҙелерлек, тип ышаныслы әйтергә була.
Сараның төп ойоштороусыларының береһе, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Асҡар Ишбирҙин һыбай уҡ атыу менән шөғөлләнеү, уны популярлаштырыу менән бер рәттән, ат туризмын үҫтерә – уның “Аскер” базаһына тирә-яҡ райондарҙан да киләләр. Шулай уҡ рухлы егет ойошторған “Аталыҡ” лагерына малай-ҡыҙҙар йыйылып, каникулдарын тәбиғәт шарттарында файҙалы ла, күңелле лә уҙғара - һыбай йөрөргә, уҡ атырға, ялан шарттарында аш-һыу әҙерләргә, балыҡ тоторға һәм башҡа маһирлыҡҡа өйрәнә.
- Үҙемә һыбай уҡ атыу буйынса күп ярыштарҙа ҡатнашырға тура килде, былтыр Рәсәй чемпионатында республика исеменән сығыш яһап, еңеү яулаған инем. Ошондай сараны үҙебеҙҙең ауылда уҙғарырға ҡарар иткәс, ауыл, район хакимиәте идеямды күтәреп алды. Саҡырыуымды ҡабул итеп, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән спортсыларға ла оло рәхмәт, - ти ул.
Татарстандың Алабуға ҡалаһынан Камил Шәрәфетдинов уҡ атыу менән биш йыл шөғөлләнә икән.
- Беҙҙә лә был спорт төрө йылдан-йыл популярлаша. “Маҡсат” клубына берләшкәнбеҙ – тәүҙә биш кеше булһаҡ, хәҙер 80-дән ашыубыҙ. Арабыҙҙа балалар булыуы ла ҡыуаныслы хәл. Уҡ атыу – спорт ҡына түгел бит, ул тарихи, этник, мәҙәни мираҫты өйрәнеү ҙә. Был төр ярыштарҙа кейемгә ныҡ иғтибар бирелә - ҡатнашыусылар мотлаҡ тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән традицион милли костюмда булырға тейеш. Шулай булғас, тарихыбыҙҙы өйрәнеү, милли кейемде тергеҙеү эше лә параллель рәүештә алып барыла, - ти Камил ағай.
Бүрәт республикаһынан килеүсе Нима Батуев әйтеүенсә лә, милли уҡ атыу менән шөғөлләнеүсе балалар тарих, тел менән ҡыҙыҡһына башлай икән. “Беҙ, ата-әсәләр, балаларға тәү сиратта матди түгел, ә үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙ беҙгә биргән рухи байлыҡты түкмәй-сәсмәй тапшырырға бурыслыбыҙ”, - тигән фекерен еткерҙе ул.
Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, спортсыларҙың кәйефе күтәренке ине. Әйтерһең, ямғырҙың һәр тамсыһы уларҙың рухын нығытып, еңеүгә ынтылышты арттырҙы. Һыбайлылар йөҙ метр дистанцияла төрлө маршрут буйынса һыбай сабып барған килеш сәпкә тейеүҙә, тиҙлеккә һәм мәргәнлеккә көс һынашты. Тәүҙә - өс сәпкә, һуңынан - икәүгә һәм өҫкә бағана башына тейҙерергә кәрәк ине. Бәйге бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Әйткәндәй, һыбай уҡ атыуҙың башҡорт, төрөк, ҡаҙаҡ һәм башҡа маршруттары бар. Уларҙың һәр береһенең үҙ шарттары, мәҫәлән, ҡаҙаҡ маршрутында өҫкә, бағана башына, атырға кәрәк, ә башҡорт маршрутында ерҙән алып атаһың.
“Ҡара ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса республика асыҡ турниры ла бик мауыҡтырғыс үтте. Бында йәмғеһе 24 батыр бәйгесе үҙ таҫыллығын, маһирлығын, көсөн һынаны. Бәйгеселәр һөңгөнө, бысаҡты, балтаны сәпкә тейҙереүҙә, 14 килограмлы “суҡмар”ҙы алыҫыраҡ ырғытыуҙа, сыбыртҡы шартлатыу, һыбай килеш сәпкә уҡ атыу, һыбай килеш һөңгөнө алыҫлыҡҡа ырғытыу, йылғала ағып килгән сәпкә уҡ атыуҙа ярышты, хәнйәр менән сабып өҙөү, суҡмар менән таҡта киҫәген ватыу алымдарын күрһәтте.
Был сара тәүге тапҡыр өс йыл элек Ғафури районында рухлы милләттәшебеҙ Ришат Шамарҙанов инициативаһы нигеҙендә Ғафури районы хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторолған ине. “Элек футбол, волейбол кеүек уйындар булмаған, шуға ир-егеттәр ошо уйындарҙы уйнап, таҫыллығын арттырған. Юҡҡа ғына башҡорт яугирҙары батырлығы менән дан тотмаған бит”, - ти Ришат Раян улы.
Ныҡышмалы көрәштә Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков абсолют чемпион исемен яуланы. Рәсих Рәсүл улы Беренсе Этҡол мәктәбендә 25 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, үҙ хеҙмәтендә юғары ҡаҙаныштарға һәм бик күп наградаға лайыҡ булған. Ул ат биатлоны буйынса ла чемпион булып танылған. Уҡыусылары араһында бокс һәм милли көрәш буйынса Рәсәй чемпиондары бар икән. Рәсих Рәсүл улының ғаиләһе лә спорт менән әүҙем шөғөлләнә - ете мәртәбә республика ярышында еңеп сыҡҡан.
Ә инде 1-се урынды Ҡырмыҫҡалы егете Асҡар Ишбирҙин яуланы, 2-се урынды бер иш балдар туплап Белорет һәм Әбйәлил райондары батырҙары Илназ Үҙәнбаев менән Нуриман Хәйруллин бүлеште, 3-сө урынды Силәбе өлкәһенән Ибраһим Хәбибуллин алды. Йәш егеттәр араһында иһә Ҡырмыҫҡалынан Нурислам Шаймарҙанов еңеүсе исеменә лайыҡ булды, ә Ғафуриҙан килгән Ишморат Шаймарҙанов һәм Рауил Фәйзуллин 2-се һәм 3-сө урындарҙы алды. “Иң яҡшы яугир экипировкаһы" номинацияһында Алабуғанан Камил Шәрәфетдинов еңеүсе булды.
Турнир үҙ маҡсатына өлгәште, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Бындай сараларҙың спорттың этник төрөн тергеҙеүҙә һәм популярлаштырыу, балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт халҡының милли-мәҙәни мираҫын пропагандалау, шулай уҡ халыҡты әүҙем ялға, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү яҡынан әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Эльнара АБАКАЧЕВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.