Күп йылдар инде Учалы районының Ҡотой халҡын яратып «Ҡотой фырттары» тип йөрөтәләр. Икенсе төрлө әйткәндә, фырт «текә», «шәп», «модалы» тигәнде аңлата.
Был ҡушамат уларҙың яҡын-тирәлә үҙенсәлекле тип һаналғанына күрә нығынып ҡала. Тик Ҡотойҙа тулы мәктәп, кино күрһәтеү клубы, өс ауылды хеҙмәтләндергән китапхана, медпункт, быуа, хатта ҡасандыр һыу тирмәне эшләгән. Бынан тыш, ауылда һәр ваҡыт тәрән белемле, интеллигент кешеләр йәшәгән, спортта ла һәр ваҡыт иң яҡшылар иҫәбендә булалар.
Һуңғы йылдарҙа Ҡотойҙа халыҡ-ара "Олотау йыйыны" турниры үткәрелеп килә. Ә 11 октябрҙә - Башҡортостан Республикаһы көнөндә - бында тәүге тапҡыр "Ҡотой фырттары" футбол турниры үтәсәк.
Был үҙенсәлекле турнирҙа Ҡотой ауылы менән туранан-тура бәйләнеше булған яҡташтар ҡатнаша ала. Һүҙ Ҡотой ауылында тыуып үҫкән, урындағы мәктәптә уҡыған йәки ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре тыумышы менән Ҡотой ауылынан булған төрлө йәштәге кешеләр хаҡында бара.
Футбол турнирында һигеҙ команда ҡатнашыуы планлаштырыла:
Ҡотой-1 – 1950-1987 йылдарҙа Ҡотой ауылында тыуғандар был команда өсөн уйнаясаҡтар. Кемдер был командала уйнарға теләй икән, Яхин Юлайға яҙығыҙ.
Ҡотой-2 – 1950-2010 йылдарҙа тыуғандар. Был команда данын сит ерҙә тыуып үҫеп, ауылыбыҙға олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килеп йөрөгән уйынсылар яҡлаясаҡ. Ҡорбанов Ринатҡа яҙығыҙ.
Ҡотой-3 – 1988-1994 йылдарҙа тыуғандар. Хажин Рушанға яҙығыҙ.
Ҡотой-4 – 1995-1998 йылдарҙа тыуғандар. Ғәлин Линарға яҙығыҙ.
Ҡотой-5 – 2000-2002 йылдарҙа тыуғандар. Сөләймәнов Зарифҡа яҙығыҙ.
Ҡотой-6 – 2003-2005 йылдарҙа тыуғандар. Камалетдинов Нургизгә яҙығыҙ.
Ҡотой-7 – 2006-2020 йылдарҙа тыуғандар. Битҡолов Тимурға яҙығыҙ.
Ҡотой-8 – 2010-2020 йылдарҙа тыуғандар. Был команда өсөн Ҡотой ауылына бәйләнеше булған, футбол мәктәптәрендә шөғөлләнгән балалар сығыш яһаясаҡ. Ғәлин Линарға яҙығыҙ.
Командаларҙың көсөн тигеҙләү өсөн, Ҡотой-1 һәм Ҡотой-8 командалары футбол майҙанына 6+1 (алты ялан уйынсыһы һәм бер ҡапҡасы) сығасаҡ, Ҡотой-7 командаһы өсөн – 5+1, ҡалған бөтә командалар 4+1 уйнаясаҡ.
Турнирҙа ҡатнашыусылар түбәндәге ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ: 1-гә 1 футбол, аяҡ менән туп ырғытыу (чеканка мяча) һәм теүәл туп тибеү (удары на точность).
Шулай уҡ һәр кем өсөн бушлай төшкө аш һәм эҫе сәй ҡаралған.
Турнирҙа Ҡотой ауылынан сыҡҡан барлыҡ кешеләрҙе көтөп ҡалалар. Ғариза бирегеҙ һәм килегеҙ!
Фото: https://vk.com/uchaly_govorit