Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Сентябрь 2025, 01:00

"Фырт" ҡыҙҙар ҡунаҡҡа саҡыра

Эйе-эйе, 11 октябрҙә һеҙҙе көтөп ҡалалар. Ҡыҙыҡ һәм күңелле буласаҡ тип вәғәҙәләйҙәр.

"Фырт" ҡыҙҙар ҡунаҡҡа саҡыра
"Фырт" ҡыҙҙар ҡунаҡҡа саҡыра

Күп йылдар инде Учалы районының Ҡотой халҡын яратып «Ҡотой фырттары» тип йөрөтәләр. Икенсе төрлө әйткәндә, фырт «текә», «шәп», «модалы» тигәнде аңлата.

Был ҡушамат уларҙың яҡын-тирәлә үҙенсәлекле тип һаналғанына күрә нығынып ҡала. Тик Ҡотойҙа тулы мәктәп, кино күрһәтеү клубы, өс ауылды хеҙмәтләндергән китапхана, медпункт, быуа, хатта ҡасандыр һыу тирмәне эшләгән. Бынан тыш, ауылда һәр ваҡыт тәрән белемле, интеллигент кешеләр йәшәгән, спортта ла һәр ваҡыт иң яҡшылар иҫәбендә булалар. 

Һуңғы йылдарҙа Ҡотойҙа халыҡ-ара "Олотау йыйыны" турниры үткәрелеп килә. Ә 11 октябрҙә - Башҡортостан Республикаһы көнөндә - бында тәүге тапҡыр "Ҡотой фырттары" футбол турниры үтәсәк.

Был үҙенсәлекле турнирҙа Ҡотой ауылы менән туранан-тура бәйләнеше булған яҡташтар ҡатнаша ала. Һүҙ Ҡотой ауылында тыуып үҫкән, урындағы мәктәптә уҡыған йәки ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре тыумышы менән Ҡотой ауылынан булған төрлө йәштәге кешеләр хаҡында бара.

Ир-егеттәр командаларынан тыш, иң көслөләр исеме өсөн өс ҡатын-ҡыҙ командаһы ла көрәшәсәк:

"Ҡотой-1". Был командала уйнарға теләүселәр  Эльвире Мухамедьяноваға яҙығыҙ.

"Ҡотой-2". Был командала уйнарға теләүселәр Лилии Янбаеваға яҙығыҙ.

"Ҡолош". Был командала уйнарға теләүселәр Гульчачак Багмановаға яҙығыҙ.

Был мауыҡтырғыс саранан ситтә ҡалмағыҙ! Беҙҙең героинялар өсөн янып-көйөргә килегеҙ!

Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас