Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Сентябрь 2025, 16:45

Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?

26 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Көрәш һарайында үтәсәк "IBA.Чемпиондар төнө"нә әҙерлек бара. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры, Башҡортостан Республикаһы Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров рәйеслегендәге ойоштороу комитетында ҙур спорт сараһын үткәреүгә әҙерлек буйынса эштәрҙе башҡарыу тикшерелде.

Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?
Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?

- Республика халҡы бишенсе тапҡыр донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ғәҙәттәгесә, беҙҙе спортсыларыбыҙ - Артур Собханҡолов, Азалия Әминева, Бекхан Исраилов һәм Данис Ғабдрафиҡовтың сығыштары көтә. Улар республикабыҙҙа йәш спортсылар өсөн өлгө булырлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер, тип ышанам, - тине Андрей Назаров.

Бөгөнгө көндә республикала 9100-ҙән ашыу кеше даими рәүештә бокс менән шөғөлләнә. Төбәктең 43 спорт ойошмаһында 3 меңдән ашыу спортсы шөғөлләнә, улар менән 93 тренер эшләй, шуларҙың дүрте - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Башҡортостан спортсыларынан тыш, Профессиональ бокс кисендә донъяның алты иленән 12 боксер ҡатнаша.

- Ойоштороу мәсьәләләре тулыһынса хәл ителгән. Федераль каналда тура тапшырыу алып барыласаҡ. Бөтә спортсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән, - тип һөйләне үҙенең доклады барышында Рәсәй Бокс федерацияһының генераль секретары урынбаҫары Сергей Стрелков.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР спорт министры Руслан Хәбибов һөйләүенсә, "IBA. Чемпиондар төнө" халыҡ-ара кимәлдәге спорт ваҡиғаларының береһе булып тора.

 - Башҡортостандан рингка профессиональ боксерҙар исемлегенә ингән алдынғы спортсыларыбыҙ сығасаҡ. Уларҙың һәр алышы, һәр дәғүәсе - ул ысын шоу, - тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетын уҙғарыу барышында Андрей Назаров спорт ойошмалары һәм профилле ведомстволар вәкилдәренең йәмәғәт именлеге, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, санитар-эпидемиологик контроль, логистика мәсьәләләре буйынса докладтарын тыңланы. Фекер алышыу аҙағында төбәк Министрҙар кабинеты етәксеһе бөтә яуаплы структураларға “IBA. Чемпиондар төнө”нә әҙерлекте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, иғтибарлы булырға ҡушты.

Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?
Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?
Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?
Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас