Башҡортостан уҡсыһы Ғәфүр Рахманғолов Көньяҡ Кореяла уҙған Донъя кубогына ярышта ҡатнашты. Баймаҡ районы вәкиле «Жамба» дисциплинаһында уҡтан атыу буйынса бронза призер булды.
Составында яҡташыбыҙ сығыш яһаған Рәсәй йыйылма командаһы 32 ил араһында өсөнсө урынды яуланы. Турнирҙа 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Ярыштар 31 октябрҙән 4 ноябргә тиклем Ульсан ҡалаһында үткән.
Ғәфүрҙе һәм Рәсәй командаһын лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!
Фото: шәхси архивтан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!