Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Март , 22:40

Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы

Көйөргәҙе районы республика коррекция мәктәптәре спортсыларын үҙенә йыйҙы: Ермолаевка ауылының Шотт паркында уҙған "Көйөргәҙе саңғыһы-2026" ярышында 22 команданан 120-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ярыштың маҡсаты -  коррекция мәктәптәре, мәктәп-интернат уҡыусылары араһында саңғы спортын популярлаштырыу һәм үҫтереү, йәш быуынды физик культура һәм спорт саралары менән йәмғиәткә яраҡлаштырыу һәм интеграциялау буйынса эш алып барған белем биреү ойошмаларының эшмәкәрлеген камиллаштырыу. Сараны ойоштороусылар – Көйөргәҙе районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм инвалидтар ойошмаһы.

Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы

Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова, Рима Баталованың "Милләт йәшлеге" төбәк йәмәғәт фонды президенты Элина Хазипова, Башҡортостан Республикаһының адаптив спорт үҙәгенең методик эш буйынса урынбаҫары Артур Ғәбитов, Башҡортостан Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова, Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Фирүзә Әхмәҙиева, Рәсәй саңғысыһы һәм биатлонсыһы, дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов, Күмертау ҡалаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге директоры Рәмил Ардыуанов, махсус хәрби операция ветерандары сәләмләне.

Спортсылар ирекле стилдә бер километр дистанцияла үҙ көсөн һынаны. Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса Көйөргәҙе, Балаҡатай һәм Ғафури районының Табын коррекция мәктәп-интернат уҡыусылары еңеүсе тип табылды.

 

Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Көйөргәҙе районы саңғысыларҙы йыйҙы
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас