Спорт һәм туризм
11 Апреля , 13:20

Көйәрмән яҙмалары: бөгөн "Салауат Юлаев"тың чемпион булғанына 18 йыл

Кешеләр, сабырһыҙланып, теге ишеккә лә бара, быныһына ла. Бына бер мәл ҙур бер төркөм пассажирҙар килеп сыҡты. Коридор яһап, тирә-яҡтан «маладис!», «афарин!» тип ҡысҡыра башланыҡ. Бәй, былар бит беҙ көткән кешеләр түгел… Яңылышҡан халыҡ ҡырт туҡтаны, боролоп китә башланы. Аҙаҡ бер хеҙмәттәшем ошо турала бына нимәләр һөйләне: Францияла уңышлы ғына итеп Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреп ебәрҙек. Делегациябыҙ төнләтеп кенә Мәскәүҙән Өфө аэропортына килеп төштө. Тикшереүҙәрҙе үтеп, ишектән сығыуыбыҙға беҙҙе бихисап кеше көтөп торғанын күрҙек. Барыһы ла маҡтай, ҡотлай. Алҡышлап ҡул сабалар...

Көйәрмән яҙмалары: бөгөн "Салауат Юлаев"тың чемпион булғанына 18 йылКөйәрмән яҙмалары: бөгөн "Салауат Юлаев"тың чемпион булғанына 18 йыл
Көйәрмән яҙмалары: бөгөн "Салауат Юлаев"тың чемпион булғанына 18 йыл

Бик оҙон булыр был яҙма. Әммә бик мауыҡтырғыс. Кем ысын көйәрмән, шул уҡып бөтөр. 

Кеше тамағын туйҙырыуға ғына түгел, күңел асыуға ла мохтаж. Һуңғы йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командабыҙ көйәрмәндәрҙең йөрәгендәге ана шул бушлыҡты тултырҙы. Өмөтләнеп көҙҙө көтәбеҙ, өмөтләнеп яҙҙы ҡаршылайбыҙ. Шул ышаныс йәшәтә беҙҙе. Бына әле тағы күңелдәр елкенеп-елкенеп тора, сөнки Континенталь хоккей лигаһында сираттағы плей-офф уйындары башланды. Беҙ йәнә яратҡан командабыҙға күҙ төбәйбеҙ, уңыштар теләйбеҙ. Шул айҡанлы тыуҙы был яҙма.

1995 йыл. Өфөгә килеп, эшкә төшөүемә бер ҡыуанһам, хеҙмәттәштәрем араһында үҙем кеүек көйәрмәндәр барлығын белеп, тағы һөйөндөм. Бер көн Дилара тигән ҡыҙ: «Әйҙә, хоккей ҡарарға барғың киләме?» – тине. Мин шунда уҡ риза булдым да ҡасан билет алырға барасағыбыҙ хаҡында ҡыҙыҡһындым. «Эй-й, кәрәкмәй уныһы. Рәүеф тигән танышым һаҡсы булып тора, бушлай үткәрә ул беҙҙе», – тип яуапланы.

Билдәләнгән көндө Спорт һарайына килдек. Дилара артҡы ишеккә әйҙәне. Ул Рәүеф менән көлөп-йылмайып ҡына иҫәнләште лә шыпырт ҡына уҙып та киттек. Был мөһабәт бинаны тыштан күреп, шаңҡып ҡалһам, эсенә ингәс, бөтөнләй башым әйләнде. Һәр секторға айырым ишек, рәттәр, урындар… Иптәш ҡыҙға эйәреп кенә атлайым. Билетһыҙ булғас, буш креслоларға барып ултырҙыҡ та, минең урын тип, берәйһе төшөрмәһә, ошонан ҡарарбыҙ тип ҡуйҙыҡ. Ул ваҡыттарҙа халыҡ эркелешеп килмәй, урын табырға була ине.

Бер аҙҙан эштән хоккейға пропуск бирә башланылар. Сиратлап шул документты ҡулланабыҙ. Хоккей көндө Анатолий Лисовицын, Марсель Ғафаров, Андрей Ничков, Мөнир Ҡунафин һәм башҡалар бергә йыйылышып сығып китәбеҙ. Урындарыбыҙ «Салауат Юлаев» хоккейсылары эскәмйәһенең баш осонда ғына. Гол индерһәләр, шатлыҡтан беҙҙе айырып торған түшәмдәрен ҡул менән төйөп-төйөп алабыҙ. Пластик ултырғыстар тар ғына һәм бер-береһенә йәбештерелеп эшләнгәс, ҡышҡы кейемдә һыймайбыҙ, тығылышып ултырабыҙ. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ, гол инһә, бер-икеһе һикереп тороуы була, бер-береһенә тағылып, бөтә рәт күтәрелә. Барыһы ла ҡосаҡлаша, ҡыуана.

Тиҙҙән беҙҙең өсөн айырым урын булдырҙылар. Күргәс тә, исем таҡтыҡ – сыйырсыҡ ояһы. Сөнки ағастан эшләнгән бәләкәй генә будка ине ул. Шундағы ике рәткә һыйырға тырышабыҙ. Кеше күп килә башланы. Юлаевсылар өс йыл рәттән Суперлигала ил беренселегенең бронза призёры булды һәм тап лидерҙарға ҡаршы айырыуса уңышлы уйнай торғайны. Бигерәк тә Дмитрий Денисов – Рәил Мөфтиев – Борис Тимофеев өстағаны оҫта булды.

2006 – 2007 йылдар. Яңы тренер Сергей Михалёв килде һәм көслө уйынсыларҙы йыя башланы. Айырыуса Ярославлдең «Локомотив»ынан Владимир Антиповтың беҙгә күсеүенә ҡыуандыҡ. Ул – оҫта хоккейсы, өс тапҡыр ил чемпионы. Әммә бөтәһе лә өфөләрҙең көсөнә ышанып бөтмәй, ахыры. Максим Якуценя һәм Николай Сёмин Мәскәүҙең ЦСКА-һына ҡасып китте. Үҙебеҙҙең Игорь Волковты, үтенеп-һөйләшеп, саҡ алып ҡалдылар. Ул да был икәүгә эйәрмәксе булған икән. Китмәй дөрөҫ эшләне, сөнки бер йылдан егетебеҙ «Салауат Юлаев» составында ил чемпионы булды. Ә теге ҡасҡалаҡтар, ошо исемгә лайыҡ булыр өсөн, бихисап клуб алмаштырҙы.

Яңы арена төҙөлөп ята. Республика етәкселеге лә ныҡлы ҡыҙыҡһына был эштәр менән. Тимәк, киләсәккә өмөт бар. Ысынлап та, миҙгел дауамында шәп кенә уйнаны юлаевсылар. Беренселектә өсөнсө урынды алдылар. Плей-офта беренсе әйләнештә СКА-ны еңделәр. Хәҙер әллә ни көслө түгел ЦСКА-ны ғына үтһәләр… Юҡ шул, сирекфиналда уларҙың баш тренеры Вячеслав Быков Сергей Михалёвтан хәйләкәрерәк булып сыҡты. Өмөттәребеҙ селпәрәмә килде. Бик ауыр кисерелде был уңышһыҙлыҡ.

Беҙ, бер төркөм башҡорт йәштәре, интернетта танышып алғайныҡ. Күңелһеҙ булып ҡалғас, арабыҙҙағы Фәнүрҙе дәртләндереү маҡсатында ул яратҡан Магнитогорскиҙың «Металлург»ы өсөн янып-көйә башланыҡ. «Металлург» Ҡазандың «Аҡ Барс»ы менән уйнай. Бер уйынды ҡарар өсөн спорт барына барҙыҡ. Фәнүр, Рөстәм, Рушан һәм мин бер өҫтәлдәбеҙ. Һуңлап ҡына Илнур килә. Ул күренеү менән егеттәрҙең йөҙө боҙола. Спортта үҙенә күрә ырым-хөрәфәттәр бар. Беҙҙең арала Илнур «нефартовый» – даланһыҙ кеше. Ул килһә, беҙҙең команданың еңелерен көт тә тор. Шуға күрә ҡайһы бер ваҡыт үҙенән ҡасып ҡына ла киткеләйбеҙ.

Зал көйәрмәндәр менән туп-тулы. Һыра алып, осрашыу башланырын көтөп ултыралар. Бер беҙҙең өҫтәл спиртлы эсемлек эсмәй. Һөт коктейле килтерәләр. Тиҙҙән бер беҙҙең өҫтәлдең генә «Металлург» өсөн янып-көйгәне билдәле була. Сөнки «Аҡ Барс» гол артынан гол индерә, һәм бөтә өҫтәлдәр ҙә зыу ҡубып быны билдәләй. Беҙ генә, бөршәйешеп, шым ултырып ҡалабыҙ. Фәнүргә уғата ҡыйын.
Был күренеш Илнурҙы ялҡытты, шикелле. «Мин ҡайтам», – тип ишеккә йүнәлде. Егеттәр уның артынан көл һиберҙәй булып ҡарап ултырып ҡалды. Илнурҙың сығып китеүе булды, «Металлург» гол индерә башламаһынмы! Берәү, икәү, өсәү… Беҙҙең өҫтәлдең ҡыуанғанына барыһы ла боролоп ҡарай. Бына-бына «Аҡ Барс»ты ҡыуып етәбеҙ инде. Их, ваҡыт аҙыраҡ шул… Ҡазандар ҡотолдо.

Бер айҙан донъя чемпионаты осоронда Илнурҙың даланһыҙ икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Турнирҙы спорт каналы күрһәтергә тейеш. Ә ул ауылдарҙа тотмай. Илнур, миңә ҡайтып, картуф сәсергә кәрәк, һеҙҙең командаға еңергә ҡамасау итеп булмаҫ инде, тип шаяртты. Беҙ, иркен һулап, ҡайт-ҡайт, тип ҡуйҙыҡ.

Хәйерһеҙ, ярымфиналда Рәсәй командаһы еңелде. Ҡайғырып ҡына ултыра инек, Илнурҙан смс-хәбәр килеп төштө: «Ғәфү итегеҙ, тап был матчты дөйөм Рәсәй каналынан да күрһәттеләр, ҡараным инде. Уның ҡарауы, һеҙҙән айырмалы, минең эш уңды – картуфым сәселде».

2007 – 2008 йылдар. «Салауат Юлаев» нығыныуын дауам итә. Ун алты уйынсы менән хушлаштылар. Урындарына көслөләрҙе саҡыра алдыҡ. Мәҫәлән, Александр Ерёменко, Виталий Прошкин, Игорь Щадилов, Кирилл Кольцов, Алексей Терещенко, Владимир Воробьёв, Мирослав Блатяк, Олег Твердовский, Александр Пережогин, Михаил Чернов һәм башҡаларҙы. Команда уйынына иң сағыу биҙәк өҫтәгән Владимир Антиповты капитан итеп һайлап ҡуйҙылар. «Салауат Юлаев» шунда уҡ суперкомандаға әйләнде лә ҡуйҙы. Бай һәм көслөнө кем яратһын, тирә-яҡтан насар һүҙҙәр, бысраҡ яуа ла башланы. Ләкин, эт өрөп торор, бүре йөрөп торор тигәндәй, беҙҙең маҡсат – миҙал яулау. Алтыны булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Әлегә иҫке Спорт һарайында уҙа матчтар. Декабрҙә «Өфө-Арена»ға күсәсәкбеҙ, алла бирһә. Сентябрҙә үк турнир таблицаһының иң өҫкө урынына менеп ҡунаҡланы өфөләр. Афарин, матур уйын күрһәтәләр, күҙ теймәһен! Тағы бер яңылыҡ: НХЛ-дан Игорь Григоренко ҡайтты.

Теге интернетта танышҡан йәштәр күмәкләшеп хоккей ҡарарға йөрөй башланыҡ. Бергә-бергә күңелле бит. Тәүгеһендә Хәйбулла егете Рөстәм менән икәү генә барҙыҡ. Икенсеһендә инде Сибайҙан Фәнүр, Әлшәйҙән Илнур, Ҡырмыҫҡалынан Наилә, Өфөнән Гөлнара йыйылдыҡ. Был юлы Ярославлдең көслө генә «Локомотив»ы килә. Унда минең иң хөрмәт иткән хоккейсым Алексей Яшин уйнай.

Иҫләйһегеҙме икән, Рәсәй йыйылма командаһы донъя чемпионаттарында ун биш йыл буйы миҙал яулай алманы. Уйынсыларҙан кемдер – төңөлөп, кемдер тренерҙар менән уртаҡ тел таба алмай, был беренселектәргә ҡул һелтәне. НХЛ-ға киткән «йондоҙҙар»ыбыҙ команда мәнфәғәттәренә төкөрөп ҡарай башланы. Шул саҡтарҙа бер Яшин ғына, НХЛ-дың плей-офында командаһы төшөп ҡалыу менән, ошо чемпионатҡа ашыға торғайны, бер үҙе тәжрибәһеҙ һәм бик үк һәләтле булмаған иптәштәрен алға әйҙәй ине. Бер тапҡыр ҙа килмәй ҡалғанын хәтерләмәйем. Шуның менән дә минең һәм миллионлаған көйәрмәндәрҙең ихтирамын яуланы ул.

Бына шул Алексейҙан автограф алырға иҫәбем. Интернеттан төҫлө фоторәсемен принтер аша сығартып, әҙерләп ҡуйҙым. Ручка һалып алдым. Билетты ла, башҡаларға әйтеп тормай ғына, 11-се секторға алдым. Сөнки хоккейсылар боҙға 12-се һәм 11-се секторҙар араһынан сыға. 1-се рәттән ҡул һуҙымында ғына.

Осрашыу бөттө. Әйткәндәй, юлаевсылар еңде. Мин урынымдан тороп, кәрәк ишек яғына йүгерәм. Әһә, Яшинды телевидение хеҙмәткәре туҡтатҡан. Интервью алалар. Өлгөрәм икән былай булғас. Ул һөйләп бөткәс тә: «Лёша, Алексей!» – тип ҡысҡырам. НХЛ-дағыса, «Алекс! » тип тә ҡарайым. Тауышым халыҡ шауында батып ҡала. Яшин мине ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Әллә, еңелгәстәре, кәйефе юҡмы, ҡайырылып ҡарамай, трибуна аҫтына инеп юғала. Мин иларҙай булып автографһыҙ тороп ҡалам. Иптәштәрем төртмә телләнеп кәйефте тағы ла нығыраҡ төшөрә…

Хоккейға сираттағы күмәкләп барыуҙы «Өфө-Арена»лағы тәүге матчҡа тура килтерергә булдыҡ. 19 декабрҙә Мәскәү өлкәһенән «Химик» килә.

…Яңы аренаға килеп инеү менән күҙ сағылды. Бындай матурлыҡты күргән юҡ ине әле. Ул иркенлек! Ул хозурлыҡ! 8400 кеше һыя! Спорт һарайындағынан ике тапҡырға күберәк! Яҡташтарабыҙ ҙа еңеү яулап, ыңғай хис-тойғоларыбыҙҙы байытты ғына.

Хоккей көйәрмәндәре армияһы ла шаҡтай артты. Уйындарға билет алып булмай башланы. Урыҫ әйтмешләй, еңеүҙең атайҙары күп, еңелеү генә – етем…

Плей-офф өмөтлө башланды. «Амур»ҙы еңеү әллә ни ҡыйын булманы. Сиратта – «Северсталь» менән көс һынашыу.
Иманым камил, бындай сираттың Өфө халҡының һуңғы ун йылда күргәне юҡтыр. Иртәнге сәғәт 6–7-нән арена тирәләй һыу буйындай кеше ағымы хасил булды. Кассалар сәғәт 10-да ғына асылһа ла, кемдер – машинаһында, кемдер эҫе сәй ҡойоп алған термосын ҡосаҡлап тышта һыуыҡта көттө был мәлде. Күпселеге ир-ат, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр ҙә бар. Сит ҡалаларҙан да килгәндәр. Бер генә касса эшләгәс, көйәрмәндәргә, билет алам тип, кискә хәтлем торорға тура килде. Халыҡтың хоккей яратҡанын белә тороп, клуб етәкселегенең был мәсьәләне хәл итмәүе аптыратты.

Мин дә баҫтым сираттың ҡойроғона. Матбуғат хеҙмәткәрҙәренә махсус урындар булдырылып, аренаға бушлай үткәрһәләр ҙә, ябай көйәрмәндәр менән бергә булыуға ни етә?! Бәхетемә күрә, ике сәғәт ярымдан мине дуҫтарым алмаштырҙы. Шулай өс кеше сиратлап-сиратлап, киске сәғәт 5-кә бәхетле билеттарҙы ҡулға төшөрҙөк. Ете сәғәт ярым тигәндә! Дөрөҫөн әйткәндә, берәй дефицит әйбер артынан да шулай ныҡышып баҫып тормаҫ инем. Ни хәл итәһең, көйәрмәнлек – йәшәү рәүеше…

Ура! Бөтә ыҙалауҙар онотолдо. Командабыҙ – ярымфиналда! Һәм беҙҙекеләр кәмендә бронза миҙалды яуланы ла инде. Нисекме? Көрәш 1–2-се урындар өсөн генә барасаҡ. 3-сө урын өсөн уйындар булмаясаҡ. Ярымфиналда еңелгән ике команданан кем йыл буйы барған беренселектә юғарыраҡ урында торған, шул бронза призёр була ла ҡуя. Ә беҙҙең «Салауат Юлаев» – тәүге урында. Тимәк, хатта отолһаҡ та, «бронза» – кеҫәлә!

Ләкин күпкәрәк өмөт итәбеҙ. Бының өсөн Ҡазандың «Аҡ Барс»ын юлдан алып ташларға кәрәк. Көс етерме?

22 һәм 24 марттағы Өфөләге ике уйын көстәрҙең тигеҙ икәнен күрһәтте. Береһендә беҙ еңһәк, икенсеһендә – күрше республиканан килгән ҡунаҡтар. Был осрашыуҙарға билет алып булманы. Кассаларға яҡын барырлыҡ түгел, сиратты кистән алғандар ине. Аптырап, редакцияға бирелгән ике аккредитация картаһының береһен тотоп киттем. Карта минең исемгә булмағас, ишек төбөндәге һаҡсы туҡтатты. Һаҡсылар начальнигын саҡырырға тура килде. Ул, уйланып-икеләнеп тора биргәс, үт, тип ҡул һелтәне. Минең, карта ҡулымда икән, уның менән хужаһы файҙалана алмай бит инде, тиеүем тәьҫир итте, буғай.

Ә инде 26-һы кис «Өфө-Арена» боҙ һарайына ағылған көйәрмәндәрҙе күреп, халыҡ аптырап ҡалды. Был ни хәл? Өсөнсө матч Ҡазанда үтә бит! Клуб етәкселегенең Татарстандың баш ҡалаһынан тура трансляция ойоштороуын кеше шулай белде.

Арена шығырым тулы булмаһа ла (күптәр был турала хәбәрҙар түгел ине), көйәрмәндәрҙең иң-иңдәре боҙ өҫтөндәге түшәмдә эленеп торған экрандан күҙәтте уйынды. Һай, үҙебеҙҙекеләр! Оттолар бит! Дүртенсе, хәл иткес осрашыуҙы көтәбеҙ.

Ә 28-енән 29-ына ҡараған төндә Өфө йоҡламаны. Өфө генә түгел, бөтә республика! Төнгө 12-се яртыла фатир-йорттар эстәре, кафе-барҙар, урамдар шатлыҡ ауаздарына күмелде. Ҡараңғылыҡты ярып, күккә салют атылды. «Салауат – чемпион!» Һәр мөйөштән шундай ауаздар яңғыраны. Юҡ, яҡташтарыбыҙ әле чемпион булманы, бары тик ярымфиналда «Аҡ Барс»ты отто. Шундай көслө, ил чемпионы булған команданы еңеү бик әһәмиәтле ине.

Ҡазандағы дүртенсе уйынды ла Өфө көйәрмәндәре аренала ҡараны. Был юлы боҙ һарайы туп-тулы тиерлек ине. Ете меңдән артыҡ кеше йыйылғайны. Матч тигеҙ иҫәпкә бөтөп, беҙҙекеләр овертаймда гол индереү менән, мәхшәр ҡуптымы ни! Кешеләр көлә, ҡысҡыра, ҡосаҡлаша… Машиналар сигнал бирә… Салют аталар… Иң тоғро көйәрмәндәр төркөм-төркөм булып аэропортҡа, төн уртаһында килеп төшәсәк хоккейсыларыбыҙҙы ҡаршы алырға йүнәлә. Кемдәрҙер машиналарына бөтөнләй ят кешеләрҙе ултыртып ала. Бөгөн бөтәһе лә – туған.

Беҙ көндөҙ үк юлаевсылар көйәрмәндәре сайтында бергә йыйылырға һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Шунда бөтөнләй таныш түгел ағай, һеҙгә автобус бирәм, алып барыр, алып ҡайтыр, тигәйне. Һүҙендә торған, аренанан сығыуға «НефАЗ» автобусы көтөп тә тора! Бына ниндәй көс ул көйәрмәнлек! Башҡорт форумындағылар бер-беребеҙҙе табышабыҙ. Мин уларға автобус барлығын әйтәм, аэропортҡа барырға саҡырам. Йәл, иптәш ҡыҙҙың иртәгә имтихан бирәһе бар, егеттәр сәбәбен әйтмәй генә баш тарта.

Үҙем генә китәм. Үҙем түгел инде, ана, сайт аша таныш Настёна, тағы кемдер. Танышып, дуҫлашып алдыҡ. Төнгө сәғәт 1-се яртыларҙа урында инек инде. Халыҡ ағымы туҡтамай килеүен дауам итә. 2-лә аэропорт шығырым тулды.

Минең телефон шылтырай. Егеттәр икән. «Өйҙәргә таралыштыҡ та, толҡа тапмай, кире шылтыратышып, бергә йыйылдыҡ та таксиҙа килә ятабыҙ», – тиҙәр. Эйе шул, шундай төндө нисек түҙеп йоҡламаҡ кәрәк!

Көйәрмәндәр, сабырһыҙланып, теге ишеккә лә бара, быныһына ла. Бына бер мәл ҙур бер төркөм пассажирҙар килеп сыҡты. Коридор яһап, тирә-яҡтан «маладис!», «афарин!» тип ҡысҡыра башланыҡ. Бәй, былар бит хоккейсылар түгел… Яңылышҡан халыҡ ҡырт туҡтаны, боролоп китә башланы. Аҙаҡ бер хеҙмәттәшем ошо турала бына нимәләр һөйләне: «Францияла уңышлы ғына итеп Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреп ебәрҙек. Делегациябыҙ төнләтеп кенә Мәскәүҙән Өфө аэропортына килеп төштө. Тикшереүҙәрҙе үтеп, ишектән сығыуыбыҙға беҙҙе бихисап кеше көтөп торғанын күрҙек. Барыһы ла маҡтай, ҡотлай. Алҡышлап ҡул сабалар. Әһә, беҙҙең сәфәрҙең һәйбәт үткәнен белеп, ҡаршы алырға уҡ килгәндәр, тибеҙ. Арыуҙы ла онотоп, ҡәнәғәт йылмайып ебәрәбеҙ. Әммә шунда уҡ хаталаныуыбыҙҙы, халыҡтың хоккейсыларҙы ҡаршы алырға килеүен аңланыҡ. Көлһәң – көл, илаһаң – ила инде…»

Ниһайәт, сәғәт 3 тула тигәндә Ҡазан – Өфө рейсы килеп төшә. Хоккейсылар тура урамға, аэропорт алдында торған автобустарына сыға. Халыҡ тар ғына коридор яһап баҫты, һәр бер уйынсыға шуның аша уҙырға тура килә. Бына киң йылмайған Андрей Таратухин, тыйнаҡ ҡына Андрей Кутейкин, шаңҡып ҡалған әҙ һүҙле Кирилл Кольцов… Ләкин, көйәрмәндәрҙең шундай йылы ҡабул итеүен күреп, ул да ирей. Бөтәһен дә ҡосаҡлайҙар, яурындарынан ҡағып-ҡағып алалар. Бына капитан Владимир Антипов күренә. «Антип!» – тип ҡысҡырып, уны күтәреп, күккә сөйә башлайҙар. Баш тренер Сергей Михалёвҡа ла шундай өлөш тәтей. Уны ергә төшөргәс тә ебәрмәйҙәр. Ҡулсаға алып, аэропорт ишеге яғына китәләр. Баҡһаң, унда бәләкәй генә рәсми ҡаршы алыу була икән. Клуб атрибутикаһы төҫтәрендәге кейемдәге көйәрмәндәр ҡотлау һүҙе әйтә, сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә.

Урамда ла шау-шыу бөтмәй. Хоккейсылар автобустарына инеп боҫоп бөтһә лә, халыҡ таралмай, көн геройҙарын тышҡа саҡырып ҡысҡыра. Афарин, күптән үҙебеҙҙең егеткә әйләнеп бөткән Андрей Кутейкин ишектә күренә. Түҙем генә һорауҙарға яуап, автограф бирә, теләүселәр менән фотоға төшә. Уны оҙаҡ ебәрмәйҙәр.

Автобусыбыҙ ҡуҙғала икән, йүгерәбеҙ. Таныш егеттәрҙең береһе, әлеге лә баяғы ығыш Илнур, ҡайҙалыр йөрөп ҡалған. Иптәштәре, уны ташлап китә алмайбыҙ тип, кире төшә. Мин ҡайтырға булам. Ҡалаға ингәс тә кешеләр өйҙәренә таралышманы. Һаман да һуңғы уйын тураһында гәпләшеп, йырлашып урамдар буйлап йөрөнөләр. Мин теләһәм дә ҡайта алмайым. Сөнки ул саҡта дөйөм ятаҡта йәшәй инем, уныһы таңғы сәғәт 6-ла ғына асыла. Такси алып, Марат – Инорсҡа, Радик Сипайлово биҫтәһенә ҡайта алһа ла, иптәшкә минең янда ҡалалар. «Үҙәк баҙар» туҡталышындағы эскәмйәлә сәғәттән ашыу һөйләшеп ултырабыҙ. Хис-тойғоларға бирелеп, артыҡ тауышланып китәбеҙ, ахыры, өсөнсөмө-дүртенсеме ҡаттан бер ир тауышы ишетелә: «Мин, әлбиттә, аңлайым «Салауат Юлаев»тың еңгәнен. Әммә балабыҙҙы уятаһығыҙ ҙа, ул илай». Асыуланмай ғына әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Сәғәт 6 тула тигәндә беҙ ҙә урындарыбыҙҙан ҡуҙғалабыҙ.

Хәҙер – финал уйындары. Ярославлдең «Локомотив»ы менән. Яшинға хәтерем ҡалғайны, бына үс алырға ҡулай мәл тыуҙы, тип шаяртам. Билеттар артынан кешеләр был юлы ике тәүлек буйы торҙо. Матчты ҡарарға теләүселәр тиҫтәләрсә мең ине. Билет эләктереү маҡсатында көйәрмәндәр юлдарҙың төрлөһөн эҙләп ҡараны. Беҙҙең редакцияға ла Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, хатта күрше Свердлов өлкәһенән шылтыратып ярҙам һоранылар.

Өфөләге тәүге ике осрашыуҙан һуң иҫәп тигеҙләнде. Командалар Ярославлгә китте. Ундағы беренсе уйында юлаевсылар өҫтөнөрәк булды. Ул саҡта серия өс еңеүгә хәтлем бара торғайны. Быныһында ла отһалар, кубок – беҙҙә! Матч бөтөргә өс минуттай ғына ваҡыт ҡалған, һаман иҫәпте аса алмайҙар. Кем гол индерә, шул еңер, ахыры, тип «Өфө-Арена»ла трансляция ҡарап ултырабыҙ. Аһ, хужалар шайба индерҙе… Халыҡ дәррәү генә аренанан сығып йүгерҙе. Шулай хурлыҡҡа һананылармы юлаевсыларҙың был уңышһыҙлығын? Баҡһаң, бишенсе уйын була тип, билет артынан кассаларға сапҡандар икән дәбаһа! Тағы ла төн тормаҡсы бахыр көйәрмән.

Ә беҙ, ғәҙәттәгесә, аэропортҡа киттек. Кемдер үҙебеҙҙе машинаһына ултыртып алды. Әммә халыҡ һөйөүенә төкөрөп ҡаранылар был юлы: хоккейсыларҙың автобустарын осоу яланына уҡ сығарып ҡуйҙылар. Ә көйәрмәндәрҙе милиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡайҙа ла ебәрмәй торҙо. Хатта ҡайтыу яғына юлланғанда ла автобусты оҙатып барыу мөмкинлеген бирмәнеләр…

Һәм бына ул көн! «Салауат Юлаев» – Рәсәй чемпионы! 2008 йылдың 11 апреле Башҡортостан спорты тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Ғүмер буйы көткән еңеү! Эйе-эйе, урамда бер ҡарт ҡына көйәрмән бабайҙың: «Команда төҙөлгәндән бирле ҡырҡ ете йыл көттөм был көндө», – тип илағанына үҙем шаһитмын. Республикала бөтә ер байрам төҫөн алды. Өс көн, өс төн дауам итте ул. Һәм тағы ла оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе нурлап торҙо.

2008 – 2009 йылдар. Суперлигаға алмашҡа Континенталь хоккей лигаһы төҙөлдө. Хәҙер Рәсәйҙән генә түгел, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Латвиянан да командалар ҡатнаша унда. Еңеүсегә Гагарин кубогы тапшырыласаҡ. Океан аръяғындағы НХЛ-ға оҡшатып, уға ҡаршы көс сифатында инде. Һәм тәүге аңлашмаусылыҡтар ҙа башланды. «Нэшвилл» менән хеҙмәт килешеүе булған көйө, Александр Радулов «Салауат Юлаев»ҡа күсте. Һуңынан күренеүенсә, беҙҙең был табыш бик уңышлы булды. Радулов Өфөнөң, ул ғына түгел, КХЛ-дың иң сағыу «йондоҙ»она әүерелде. Командабыҙға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-артты.

Беҙҙең редакцияға был юлы аккредитация картаһы эләкмәне. Бик көйәләндек. Сөнки мин белгәндән бирле ун биш йыллап уйындарын яҡтыртып барып та, шуға ла лайыҡ түгелбеҙ булып сыҡты. Ә хоккейҙың «х» хәрефен дә белмәгән ҡайһы бер олпат баҫмалар йәһәт кенә беҙҙең урынды алды. Шулай ҙа үсекмәнек, яҙып барҙыҡ яратҡан командабыҙ тураһында.

Фаворит булһалар ҙа, декабрҙә генә турнир таблицаһының башына менеп ҡунаҡланы юлаевсылар. Һәм ошо баштарына етте лә инде. Плей-офта 16-сы урындағы «Авангард»ҡа тап килеп, еңелеп, артабанғы уйындарҙан төшөп ҡалдылар! Көтмәгәйнек, көтмәгәйнек бындай хурлыҡты… 2009 – 2011 йылдар. Әлбиттә, Сергей Михалёв отставкаға ебәрелде. Урынына Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин килде. Гагарин кубогын яулау – төп бурысыбыҙ, тинеләр. Белгестәр, көйәрмәндәр тағы гөж килеп һөйләнде. Әллә ҡайҙан ҡалҡып сығып чемпион булған Өфө командаһын шулай ситкә тибергә генә торалар.

Клуб етәкселегенә редакция исеменән тәфсирләп ҙур ғына хат яҙҙыҡ. Һәм, бына ҡыуаныс, ҡабаттан аккредитация картаһы бирҙеләр! Беренсе урында ноябрҙә нығындыҡ. Быйылдан регуляр чемпионатта еңеүсегә Континент кубогы тапшырыла, тырышырға кәрәк. Был кубокты ла яуланыҡ, иншалла. Артабан китәбеҙ. Көнсығыш конференцияһы финалында «Аҡ Барс» менән осрашабыҙ. Их, был юлы еңеләбеҙ… Хуш, финал, хуш, Гагарин кубогы.

2010 – 2011 йылғы миҙгел иң ауыры булды. Тренерҙарға ла психологик баҫым көслө ине. Ванкуверҙағы Олимпиадала еңелеүҙе ғәфү итә алманылар шул. Беренселектә әллә ни шәп бармайбыҙ, шулай ҙа өмөттәр, ғәҙәттәгесә, ҙурҙан. Санкт-Петербургтың СКА-һы ла йыл да алдына оло маҡсаттар ҡуя. Бына быйыл да оҫта ғына хоккейсылар менән нығынды. Набоков, Вишневский, Афиногенов, Яшин, Сушинский, Гребешков – донъя кимәлендәге «йондоҙҙар»! Уларҙың Өфөгә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөк. Еңдек бит үҙҙәрен, әй! СКА хоккейсылары бик асыулы ине, журналистарға кейенеү-сисенеү бүлмәләрен асманылар. Бер төркөм егеттәр – Алексей Горюнов, Андрей Лопата, Олег Чернов уларҙы автобустары янында тотоп алырға булды.

Минең дә НХЛ-дан килгән Евгений Набоковты күргем килә ине, арттарынан эйәрҙем. Ишек тирәһен милиция хеҙмәткәрҙәре ҡулсаға алған, көйәрмәндәр йыйылып киткән. Карталарыбыҙҙы күрһәтеп, эскә үттек. Бер мәл бер-бер артлы СКА хоккейсылары сыға тора, йүгереп автобус эсенә йомола баралар. Максим Сушинский ҙа, Максим Рыбин да туҡтаманы. Набоков күренде. «Женя, бер нисә һорауға яуап бирегеҙ әле». – Егеттәрҙең үтенесенә «йондоҙ» ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап ҡуйҙы. Шунан эре генә: «Нимә, ҡағиҙәләрҙе белмәйһегеҙме ни?» – тине. Белә инек, интервью һорап, беҙгә урамда хоккейсыларҙы бимазаларға ярамай. Шулай ҙа егеттәр яуабын тапты: «Һеҙ бит үҙегеҙ бүлмәгеҙгә индермәнегеҙ. Ә беҙҙең бирәһе һорауҙарыбыҙ күп». «Ярай, улайһа, тиҙ генә», – тип «йондоҙ» йомшарҙы.

Мин һорау менән мәшәҡәтләмәнем, балалар гәзитенә автограф бирһәгеҙсе, тип ҡултамғаһын ғына алырға өлгөрҙөм. Шунда беҙгә, журналистарға, сер итеп кенә, фәлән-фәлән уйынсы бик һауалы, эре, яҡын бармағыҙ, тип киҫәтеп ҡуйғандарын иҫемә төшөрҙөм. Ул яҡтан төрлө йылдарҙа командабыҙҙағы Владимир Антипов, Виктор Козлов, Виталий Прошкин, Андрей Таратухин, Пётр Счастливый, Олег Сапрыкин, Олег Твердовский кеүек ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, кешелекле һәм ябай ине. Легионерҙарҙы ла улар рәтенә индереп булалыр ҙа, тик улар телде белмәй.

Плей-офта бер-бер артлы «Себер», «Аҡ Барс», «Металлург»ты үттек. Финалда «Атлант» менән сәкәләштек. Баҫым көслө, бик ҡыйын булды. Сөнки кубокты гел көнсығыш командаһы ала, был мәскәүҙәргә бер ҙә оҡшамай. Беҙҙең тренерҙарҙы ла күптәр яратмай, ә тегеләрҙең Милош Ржигаһы – сағыу фигура, төрлө сүрәткә керә белә. Тәүге ике уйын беҙҙә үтте. Икеһендә лә юлаевсылар еңде! Йәл, һуңғыһында Владимир Антипов йәрәхәт алып ҡуйҙы. Өсөнсөһөндә, Мытищиҙа уҙғанында ла, уңыш беҙҙең яҡта булды.

Кубокҡа табан бер аҙым ғына ҡалды! Шатлығымдан Антиповҡа: «Тиҙерәк һауығығыҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!» – тип смс-хәбәр ебәрҙем. Ә шәмбенең матур, ҡояшлы көнө түҙемһеҙләнеп көткән ҡыуанысты килтерә: Гагарин кубогы беҙҙә! Шатлыҡ ауаздары арена эсенә тулып, тышҡа сығып тарала. Ауыл-ҡалаларҙа байрам кәйефе тыуа.

2011 – 2013 йылдар. Салауат Юлаев үҙ бурысын үтәне. Кубок яуланды. Күп уйынсылар китте. Хеҙмәт хаҡын түләүҙә лә ҡыйынлыҡтар бар, тип ишетелеп ҡалды. Шуғалырмы, йыл башында бөтөнләй тырышманылар. Миҙгел асылған көндәге фажиғә лә йөрәктәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы, буғай.

2011 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә юлаевсылар былтырғы финалсы «Атлант»ты ҡабул итә ине. Ашҡынып барҙыҡ тәүге уйынға. Бәй, ни күрәм! Боҙ майҙансығы ситендә Мәскәүҙән килгән хоккей белгесе Александр Кожевников менән спорт комментаторы Александр Кузмак телевидениела тура тапшырыу алып бара. Кузмак – минең яратҡан тележурналисым! Үҙем дә һиҙмәйенсә, уларға табан бер аҙым яһап ҡуйҙым. Кузмак быны күреп, ярамай, тип башын сайҡаны. Ысынлап та, улар бит тура эфирҙа. Ярай, һуңынан һөйләшербеҙ әле, тип йыуаттым үҙемде.

Ә һуңынан… мөмкинлек булманы. Сөнки матч башланып, 14 минут 44 секунд үтеүгә, уны туҡтаттылар. КХЛ президенты Александр Медведев боҙға сығып, авиаһәләкәттә Ярославлдең «Локомотив» командаһы һәләк булғанын иғлан итте. 45 кешенең 37-һе – клуб уйынсылары һәм хеҙмәткәрҙәре. Ике пассажир тере ҡалып, берәүһе – хоккейсы Александр Ғәлимов һуңғараҡ дауаханала вафат булды. Күҙ йәштәренә төйөлөп арена коридоры буйлап китеп барғанда ҡаршыма Александр Кузмак осраны. Әммә мин, туҡтап, ни булһа ла әйтергә йөрьәт итмәнем. Икебеҙҙә лә уның ҡайғыһы юҡ ине…

Хәйерһеҙ башланған миҙгел шулай уҡ насар бөттө. Уртала ғына һөйрәлгән «Салауат Юлаев» плей-офта «Аҡ Барс»ҡа тура килде. Һәм, ни хәтлем генә тырышмаһын, тәүге әйләнештә үк унан сығып та осто. Александр Радулов та әллә нимә ҡыйрата алманы. Ләкин ул оҙаҡ ҡайғырманы, НХЛ-ға, бер нисә йыл элек ҡасып киткән «Нэшвил»ына йүнәлде.

Мин дә күрше республикалар командалары араһындағы дүртенсе уйында саҡ бәләгә тарыманым. Борт буйында төрткөләшкән хоккейсыларҙың береһе конькиһы менән тибеп, быяланы ярҙы. Шул урындан ярты метр ғына ситтәрәк тора инем. Быяла шауҙырлап өҫтөмә ҡойолдо. Иң нығы фотоаппаратым өсөн ҡурҡтым. Ярай әле, объективына бленда – ҡалпаҡ кейҙергән инем. Аҙаҡ ваҡ ҡына ярсыҡтарҙың ҡулымды киҫкәнен, елкәмә, хатта кеҫәмә тулғанын абайланым. Һис шикһеҙ, хоккей хәүефле уйын төрө икән!

Артабан КХЛ-ға инеүселәр сафы тағы ла киңәйҙе. Словакия, Чехия, Финляндия, Ҡытай клубтары өҫтәлде. Әле иң ҡыҙыу ваҡыт – плей-офф уйындары бара. Ошо осор эсендә кем уңыр ҙа кем туңыр? Һәр хәлдә юлаевсыларҙан тик еңеү көтәбеҙ. Көйәрмән үҙ командаһына гел ышана, шунһыҙ булмай. Тимәк, көтәбеҙ!

Өҫтәүенә былтыр көҙҙән хоккейҙы "Ҡурай" ТВ каналында рәхәтләнеп үҙебеҙҙең телдә - башҡортса ла ҡарай башланыҡ. Ике комментатор егет - Фәрүәз менән Рәмилдең тауыштарын ишетеү менән күңел күтәрелеп китә, экранға яҡыныраҡ киләбеҙ...

...Шулай хыялланып 15 йыл үтеп тә киткән. Быйыл 2026 йылғы Гагарин кубогының плей-офф матчтарында уйнайбыҙ. Икенсе раундты уңышлы үтербеҙме-юҡмы, әммә командабыҙға һаман ышанабыҙ, еңеүгә өмөтләнәбеҙ.

1995-2026 йылдар. Өфө.

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас