

Шакуран шарлауығы
Гульрипш районындағы шарлауыҡҡа юл оҙон, тауҙарға артыласаҡбыҙ, тинеләр. Юл ыңғайында Ольга шарлауығына инеп сыҡтыҡ. Уға ингән ерҙәге рәшәткә аръяғындағы айыуҙар рәхәтләнеп һыу инә. Башҡортостандан тигәс, бер ағай “башҡорт балы” тип бал һатып алыуын һөйләп алды. 300 һум түләп үттек. Баҫҡыстар буйлап аҫҡа төшөп, шарлауыҡ фонында фотоға төштөк.
- Ямғыр яуһа, Шакуранға үтә алмаҫ инегеҙ, резина итек алырға кәрәк ине, кисеүҙәрҙе аяҡ кейемегеҙҙе сисеп үтерһегеҙ инде, – тине беҙҙе бында алып килгән гид Алхас.
Тау өңөлгән кеүек. Ғалимдар, ул 1892 йылдағы ер тетрәүенән барлыҡҡа килгән, тип фаразлай. Беҙ арҡандарға йәбешә-йәбешә аҫҡа төштөк. Текә шул. Етеҙ генә ҡуҙғалабыҙ. Алхас, ярай, бәләсел түгелһегеҙ, тип һөйөнә.
Шарлауыҡтың өс баҫҡысы бар. Өсәүһен бергә һанаһаң, 250 метрлыҡ шарлауыҡ. Тәүгеһе иң бейеге 30 метрҙан аҫҡа йәйелә. Киңлеге – ике метр самаһы. Аҫтында “таш тюлень” барлыҡҡа килгән. Был таш сталагмит зәңгәр конус формаһындағы файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡты хәтерләтә, ҙурлығы 10—15 метр, һыу ағымдары менән ул бейегәйә, тиҙәр. Ә беҙ уны ҡаштарын йыйырып ҡараған бабайға ла оҡшаттыҡ. Икенсе баҫҡысы – “Кәләш фатаһы”, өсөнсөһө “Уртансы” тип атала икән.
Шакуранда оҙағыраҡ булырға, күкрәк тултырып тын алырға, фото-видеолар төшөрөп ҡалырға ашыҡтыҡ. Лайлалы таштарға баҫа күрмәгеҙ инде, аяғығыҙ тайып, имгәнеп ҡуйыуығыҙ ихтимал, тип, Алхас беҙҙән күҙ яҙҙырманы. Шулай итеп, беҙ был бейеклекте лә яулап алдыҡ. Бер көнөбөҙ ошо шарлауыҡты барып күреүгә китте.
Яңы Афон мәмерйәһе – Абхазияның ер аҫты мөғжизәһе
Туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән донъялағы иң ҙур мәмерйәләрҙең береһе Яңы Афон ғәжәп ҙур сталактиттар һәм сталагмиттар, ер аҫты күлдәре, таш шарлауыҡтары менән таң ҡалдыра, матурлығы менән арбай. Бында үтеп инеү өсөн махсус ер аҫты тимер юлы төҙөлгән – экскурсия поезы беҙҙе мәмерйәнең үҙәгенә алып барҙы.
Мәмерйәнең 9 залы бар, шуның 6-һын күрҙек. “Концерт залы” тип аталғанында тауыш матур яңғырай: 1975 йылдың 4 июлендә, уны асҡан ваҡытта, Абхаз Республикаһының дәүләт хор капеллаһы сығыш яһай, ә беҙ, башҡорт журналистары, “Ай, былбылым” халыҡ йырын йырлап ишеттерҙек – тауышыбыҙ бөтә залдар буйлап таралды кеүек. Беҙгә рәхмәт әйтеп, гөрләтеп ҡул саптылар.
Абхазияла Яңы Афон мәмерйәһе 1961 йылда Гиви Шалвович Смыр тарафынан асыла. Гиви Смыр — Яңы Афонда йәшәүсе рәссам һәм скульптор. 16 йәшендә ул Иверская тауы битләүендәге карст ҡыуышлығына үтеп инергә маташҡан, урындағы халыҡ уны «Төпһөҙ соҡор» тип йөрөткән.
Смыр үҙенең табышы тураһында спелеологтарға хәбәр иткәс, экспедиция үткәрергә ҡарар ителә. 1961 йылдың 14 июлендә Зураб Тинтилозов (етәксе), Гиви Смыр, Арсен Окроджанашвили һәм Борис Гергедаванан торған төркөм тәүге тапҡыр Анакопия залына 135 метр тәрәнлеккә төшә. Һуңынан мәмерйәнең ҡалған залдары ла асыла.
2001 йылда Гиви Смыр Яңы Афон мәмерйә комплексы директоры булып китә. Тау өҫтөндә Анакопия ҡәлғәһе һәм данлыҡлы Яңы Афон монастыры урынлашҡан. Яҡында ғына матур шарлауыҡтар һәм ҡурсаулыҡ та бар. Сәнғәт майҙаны ҡыҙыҡлы. Ҡәлғәгә менер өсөн бер көн кәрәк, тинеләр.
Ҡара диңгеҙ яры
Барыһы ла туристар килеүенә иҫәпләнеп эшләнгән кеүек бында. Һәр таштың тарихы бар. Кисен халыҡ – диңгеҙ ярында. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың да балыҡ ҡармаҡлауы беҙгә ғәжәп тойола.
Сухум ҡалаһы беҙҙең эраға тиклем VI быуатта барлыҡҡа килгән. Унда гректар килеп нигеҙ һалған, ҡала башта грек ике игеҙәк улдар хөрмәтенә “Диаспара” тип аталған тип фараз итәләр. Шулай уҡ бында алтын йыялар һәм уны һарыҡ тиреһенә төрөп һаҡлайҙар, шунлыҡтан “Алтын руно” хаҡында легенда ла ошонда тыуған тип һанайҙар.
Гректар бында беҙҙең эраның беренсе быуатына тиклем хакимлыҡ иткән. Шунан был ерҙәрҙе римдәр баҫып ала. Улар ике ҡатлы нығытма төҙөй. Береһе яр буйлап үтә, икенсеһе ҡәлғә рәүешендә төҙөлә һәм Севастополь тип атала. Ул “Күркәм” тигәнде аңлата.
Абхаз батшалығы төҙөлгәс, 786 йылда, баш ҡала Анакопияға, хәҙерге Яңы Афон ҡалаһына, күсә. 13–15-се быуаттарҙа Абхаз еренә венециандар хакимлыҡ итә башлай. Сан Себастьян, йәки Изге Себастьян факторияһы төҙөлә.
16-сы быуатта абхаз ерен төрөктәр баҫып ала. Ҡолдар менән һатыу итеү, ислам дине тап ошо ваҡытҡа бәйле. Төрөктәр “Сухумкале” (һыу һәм ҡом ҡәлғәһе, ҡом ҡәлғәһе) бастион типлы ҡәлғә төҙөй. Әле Абхазияның баш ҡалаһы Сухум тап ошо исемен йөрөтә лә инде.
Яр буйында йөрөгәндә стендтарға күҙ һалам:
Абхазия – тыуған өйөбөҙ, беҙ уны ысын мәғәнәһендә күркәм һәм уңайлы итәбеҙ. Тарихи урындарҙы тергеҙәбеҙ, парктар, яр буйҙары, балалар һәм йәштәр өсөн уйын майҙансыҡтары булдырабыҙ. Бөтә ҡала-ауылдарыбыҙ ҙа тәртип, матурлыҡ тантана иткән, тарихи хәтер ҡәҙерләп һаҡланған киңлектәргә әйләнергә тейеш.
Амбициоз пландар ҡороу өсөн ҡаҙаныштарҙы билдәләйбеҙ:
Туристар ағымы 2026 йылда 106 миллион кеше булһа, 2030 йылда ул 5 миллионға етергә тейеш. Бының өсөн һауа юлдарын асыу, «Диоскурия» поезын, “Комета” һыу транспортын ебәреү яңы мөмкинлектәр асасаҡ. 2026 йылда ҡан тамырҙары үҙәге һәм балалар дауаханаһы төҙөлгән, меңәрләгән бала медицина тикшереүе үткән, 20 “Ашығыс ярҙам” машинаһы һәм күсмә флюорография килтерелгән. 2026 йылдың сентябрендә Абхазияла Йәштәр фестивале үтәсәк. Донъяның 30 иленән вәкилдәр килеүе көтөлә.
Абхазияла домино буйынса донъя чемпионатын үткәреү күҙаллана: иң шәптәр рәтенә ингән 10 уйынсының өсәүһе – абхаз. Абхаз йыйылма командаһы – донъя чемпионатының көмөш призеры. ВДНХ-ла Абхазия павильонын тергеҙеү планлаштырылған. 2025 йылда абхаз ҡыҙы билдәле модель Адица Берзиния Парижда Chanel мода күрһәтеү аҙналығын аса. Таврида кластерында Абхаз йорто асыла. Сүриә, Венусуэла, Науро илдәре менән дипломатик бәйләнештәр булдырылған. Тажик, Әрмән республикалары, Сирия, Көньяҡ Корея илдәре менән эшлекле-мәҙәни бәйләнештәр урынлаштырылған. Әлегә Рәсәйҙең 11 ҡалаһынан Абхазияға тура рейс бар. Абхазияла донъя кимәлендәге Очамчыра порты төҙөлә. Юлдар төҙөкләндерелә.
***
Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостан Хөкүмәтенең Абхаз Республикаһы менән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр тураһындағы килешеүгә үҙгәрештәр индереү хаҡында тәҡдимен хупланы. Был 2023 йылдың 12 апрелендә республикалар араһында төҙөлгән сауҙа, иҡтисади, фәнни, техник, социаль, туризм һәм мәҙәни өлкәләрҙә төп килешеүҙе яңыртыуға ҡағыла. Был тауар етештереүселәргә, эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр аса тигән һүҙ.
Һуңғы йылдарҙа республикалар араһында туристар һаны ике тапҡырға артыуы, Өфөлә Рәсәй-Абхаз мәҙәниәт үҙәге асылыуы ошо өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һөйләй.
***
Сухумдағы “Нарта” ресторанына барып, милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттек. Самолетта пластик һауыттарҙа шарап йә чача алып ҡайтырға рөхсәт ителмәй. Лицензия тамғаһы булған быяла шешәләгеһен генә үткәрәләр. Күстәнәскә нимә алдыҡмы? Әлбиттә, виноград һутынан эшләнгән тәмлекәс – чурчхела, сыр, уның ниндәй төрө генә юҡ – буйвол, кәзә, һыйыр һөтөнән эшләнгән, оҙаҡ һаҡлана торғаны, аджика, лимон-апельсин, кумкват кеүек емештәр, Әлфиәнең баҡсаһынан лавр япрағы... Баҙар буйлап үткәндә күҙҙәр ҡамаша. Ә көмөштән һуғып эшләнгән биҙәүестәр, матур ридикюлдәр үҙҙәре айырым баҙарҙа һатыла. “Әлфиәнең ҡунаҡтарына – ташлама”, – тип беҙҙе күҙҙән ысҡындырмайҙар.
Йәнә лә бер ҡыҙыҡ хәл, экскурсовод яр буйында килеп бәйләнгән, ҡулдарына таҫма тотҡан сиғандар менән һөйләшмәҫкә, эргәләрендә тотҡарланмай, тиҙерәк китергә тип киҫәтеп ҡуйғайны: күҙ бәйләйҙәр. Әллә нисәүһе килеп өндәште – беҙ иғтибар итмәгәс, тиҙерәк китә һалдылар. Абхаз дәүләт театрына, рус театрына барғыбыҙ килгәйне. Был юлы ваҡыт етмәне. Ете көн бик тиҙ үтеп китте. Сәйәхәтемде ентекләп яҙыуымдың сәбәбе лә шул – күберәк кеше Абхазияға барып ял итһен, күңелен һәм йәнен бөтәйтһен ине.
Гөлназ ҠОТОЕВА. Абхазия – Өфө. Автор фотолары.