Спорт һәм туризм
19 Август , 09:30

Акцияла ҡатнаш һәм ярҙам ит

13 сентябрҙә халыҡ-ара марафонда ҡатнашып, хосписҡа ярҙам итергә мөмкин

Добавить в предпочтительные источники Google
Акцияла ҡатнаш һәм ярҙам итАкцияла ҡатнаш һәм ярҙам ит
Акцияла ҡатнаш һәм ярҙам ит

“Өфө хосписы” хәйриә фонды дәүләт органдары һәм Башҡортостандағы ведомство ойошмаларын “Благобегуны Уфимского хосписа” акцияһында ҡатнашырға саҡыра.

Был сарала ҡатнашҡан, йүгергән кеше хоспистағыларға ярҙам маҡсатында аҡсаны шәхсән йыйыу иҫәбен аса һәм һылтанма менән дуҫтарына, коллегаларына һәм яҡындарына бүлешә. Акцияла ҡатнашыу өсөн йүгереү мотлаҡ түгел: аҡсаны йыйыу һәм мәғлүәмәтте таратыу мөһим. event.ufahospice.ru һылтанмаһы буйынса теркәлергә, шәхсән йыйым булдырырға һәм уны таратырға кәрәк.

Йыйылған аҡса ауыр сирле, дауалап булмаған өлкәндәргә һәм балаларға йүнәлтеләсәк. Һорауҙар булһа, Руфина Боҫҡоноваға мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7 927 237-98-52. Сайт: event.ufahospice.ru.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова