

VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында стронгмен ярыштары буйынса миҙалдар уйнатылды
Ҡырғыҙстанда үткән VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында стронгмен (бәһлеүән) ярыштары абсолют ауырлыҡ категорияһында 2– 4 сентябрҙә Ҡырсын исемле төбәктә спорт аренаһында уҙҙы. Еңеү өсөн донъяның 10 иленән 19 атлет көрәште.
Ғәҙәти булмаған һәм иң ҡатмарлы күнегеүҙәрҙең береһе — «дөйә»не күсереү. Был спорт снаряды 400 кг ауырлыҡтағы металл конструкция, уны өҫкә күтәреп, биш метрға алып барырға кәрәк. Башҡорт стронгмены Денис Вагапов был һынауҙы иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһен күрһәтеп, өҫтөн үтте.
Турнир йомғаҡтары буйынса Вагапов көмөш миҙал яуланы, тик Иран атлеты Саджад Солтанинежадтан ғына ҡалышты. Өсөнсө урынды Ҡаҙағстан вәкиле Вадим Макарстов алды.
Денис Вагапов Рәсәй йыйылма командаһы ҡаҙнаһына көмөш награда һалды. Дүртенсе ярыш көнөндә беҙҙең ил спортсылары ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза яуланы.
VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары 31 августан – 6 сентябргә тиклем дауам итә. Унда донъяның 113 иленән өс меңгә яҡын спортсы ҡатнаша.
Рәсәй йыйылма командаһы ҡаҙнаһына тәүге миҙалдарҙы башҡорт көрәшселәре Артур Зөлҡәрнәев һәм Денис Ускомбаев алып ҡайтты. Улар «алыш» милли көрәш буйынса бронза призерҙары булды.
Фото: Стоп-кадр видео / Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы.
"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan