

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының спорт көрәше буйынса ярыштары башланды.
Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ ауырлыҡ үлсәмдәре буйынса алыштар башланды. Ошо уҡ көндөң кисендә ярымфинал алыштары үткәрелә. Башҡортостан исеменән Рәсәйҙеъ атҡаҙанған тренерҙары Рәмил Сираев менән Борис Понятов етәкселегендәге биш спортсы алыша.
11-ҙән 17 сәғәткә тиклем 60, 67, 77, 87 һәм 130 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмдәрендә ярыштар үткәрелә. 18 – 20 сәғәттә алдан үткәрелгән ярымфинал ярыштары планлаштырылған. Ярыштар Көрәш һарайында ойошторола. Адресы: Өфө ҡалаһы, Муса Гәрәев урамы, 5. Сараға бушлай инергә мөмкин.
Айһылыу Низамова фотоһы.
0+
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!