26 сентябрҙә илдең 85 төбәгендә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө ойоштола. Спорт сараһы 2004 йылдан алып үткәрелә. Уның төп маҡсаты — йүгереүҙе һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнергә йәлеп итеү. Кросс сараға “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (государственная программа “Спорт России”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.
Йола буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы киң күләмле спорт байрамының майҙансыҡтарының береһенә әүереләсәк. Өфөлә йүгереү Ағиҙел йылғаһы ярында, Дуҫлыҡ монументы янында башлана. Сараны асыу тантанаһы 10 сәғәт 30 минутҡа планлаштырылған, ә 11 сәғәттә тәүге старт биреләсәк.
Кросҡа мәктәп уҡыусылары, студенттар, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, спортсы ғаиләләр, ветерандар һәм йүгерергә яратҡандар саҡырыла. Программала төрлө төркөмдәр өсөн ике, дүрт һәм алты километр арауыҡҡа дистанцияларға йүгереү ҡаралған.
Сарала теләге булған һәр кем бушлай ҡатнаша ала.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы
“Башҡортостан” гәзитенең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ