Һуңғы ваҡыттарҙа тимер юлда һәләкәттәр йышайҙы. Машина менән поезд бәрелешһенме, мотоцикл менән поезмы... Йәйгеһен балаларҙың мопедта, скутерҙа йөрөүҙәре лә күбәйҙе. Ата-әсәләр үҫмер балаларына уйлап та тормай мотоцикл алып бирә.
Күптән түгел танышым ҡыҙына мотоцикл алып бирҙе. Фотоһын һалды. Ҙур, ауыр мотоцикл һәм уның янында бәләкәй буйлы ҡаҡса ғына ҡыҙыҡай. Мин уның ошо техникаға идара итеүен күҙ алдына ла килтерә алманым. Ә ул оло юлға сыҡһа...
...Был хәл ошо август айында Ғафури районының Аҡкүл ауылында теркәлде. 15 йәшлек үҫмер «Минск» мотоциклында тимер юл аша сыға торған урында, светофорҙың тыйылған сигналына ҡарамаҫтан, поезд алдынан үтеп өлгөрөү өсөн автомобилдәр колоннаһын урап алға ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет рельстар аша уҙып китеп өлгөрмәй, поезд уны бәрҙерә. Артем алған йәрәхәттәрҙән табиптар килгәнсе йән бирә.
"Беҙ был ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Машинам беренсе булып тора ине, барыһын да күрҙек. Ул бик ныҡ итеп "газға" баҫты, өлгөрөрмөн тип уйлағайны, ләкин яҙмыш башҡаса хәл итте. Кешеләр йүгереп килеп, "Ашығыс ярҙам" саҡырҙы, ләкин ике минут үтеүгә малай йән бирҙе. Бик йәл булды, иланыҡ", - тип һөйләгән социаль селтәрҙә ошо хәлдең шаһиты.
Эльмира тигән ҡатын малайҙың аяныслы яҙмышын бәйән иткән: "Былтыр Артемдың ата-әсәһе мәрхүм булғайны. Шунан һуң уны һәм апаһын олатаһы менән өләсәһе үҙ ҡарамағына алды. Егет изге күңелле, алсаҡ, кешелекле ине. Уның өләсәһе Әлмира менән олатаһы Михаилдың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам". Өҫтәп, ул был урындың ҡәһәрле ер икәнен, күп кенә йәштәрҙең ошонда һәләк булғанын әйтә. "Әйтерһең дә, үлем уларҙы шунда саҡырып тора. Һәр бер фажиғәнән һуң халыҡ шаулап ала ла шуның менән тамам. Унда шлагбаум ҡуйырға кәрәк", - ти.
Шлагбаум кәрәктер, һүҙ ҙә юҡ. Шулай ҙа бында ғәйеп юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың үҙендә. Ата-әсә йә опекун баланың тәртибен күҙәтеп торорға, йәше етмәйенсә техникаға идара итеүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Күпме фажиғәләр булып тора, әммә водителдәр һәм йәйәүлеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә теләмәй. Улар ябай ғына: тиҙлекте арттырмаҫҡа, алдағы техниканы ҡыуып уҙғанда һаҡ булырға, рөхсәт ителмәгән урындан юлды аша сыҡмаҫҡа, эскән килеш рулгә ултырмаҫҡа...
Әлегә был ҡағиҙәләрҙе инҡар иткәс, фажиғәләр һис тә кәмемәй. Ә ғаиләләрҙә ҡайғы арта.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!