Туймазы районында Махачкала ҡалаһынан килә ятҡан пассажир автобусы янған. Шәхси "Неоплан" Өфөгә юл тотҡан булған. Салонда 12 кеше : өс водитель һәм туғыҙ пассажир булған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр 18 минут эсендә утты һүндерә. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәй. Пассажирҙар яҡындағы ҡунаҡханаға оҙатыла.
Прокуратура һәм тәфтиш комитеты янғын сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.