Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
4 Июнь 2025, 19:50

Ҡыҙҙы тапатҡан егет рулгә ултыра алмай, ә халыҡ ғаиләгә аҡса йыя башланы

Иглинда бәләкәй ҡыҙ йөк машинаһы аҫтында ҡалғайны. Ә дауахананан икенсе ҡыҙын алып ҡайтып килгән атай кеше, быны ишетеп, үҙе аварияға осрағайны. Һөҙөмтәлә өсәүһе лә реанимацияға эләкте...

Ҡыҙҙы тапатҡан егет рулгә ултыра алмай, ә халыҡ ғаиләгә аҡса йыя башланы
Ҡыҙҙы тапатҡан егет рулгә ултыра алмай, ә халыҡ ғаиләгә аҡса йыя башланы

Йөк машинаһы рулендә булған 27 йәшлек төҙөлөш материалдары магазины эшсеһе фажиғә булғандан алып әлегә эшкә сыҡмауын һөйләгән. Әйтеүенсә, ул зыян күргән ҡыҙҙың әсәһенә төрлө ярҙам күрһәтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иглинда алты йәшлек ҡыҙ йөк машинаһы фургонының артҡы тәгәрмәсе аҫтына эләгә. Уның ҡоймос һөйәге һына, Өфөләге балалар дауаханаһына алып китәләр.

Видеонан күренеүенсә, ҡыҙҙар йүгерешеп юлға сыға, килә ятҡан машинаны абайламайынса, береһе уның аҫтына уҡ барып инә. Кисә баланы реанимациянан 17-се дауахананың бүлексәһенә күсерәләр. Ҡыҙҙың хәле тотороҡло, уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Ҡыҙҙың атаһы, булған хәл тураһында белеп ҡалғас, дауахананан икенсе ҡыҙын алып ҡайтып килгәндә ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә. Улар шулай уҡ реанимацияла.

Өйҙә уларҙы ауырлы ҡатын һәм әсә кеше көтә. Республиканың ҡайһы бер райондарында ғаиләгә ярҙам итер өсөн аҡса йыя башланылар. Хәбәр ителеүенсә, ғаиләнең бәрелештә сафтан сыҡҡан машиналарына автокредиты һәм йорттарына алған ипотека кредиты бар.

Фото: видеонан скриншот.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас