7 июндә кискеһен, ҡараңғы төшөп килгәндә Нефтекама - Яңауыл юлында Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы була. Унда өлкән кеше һәм бала һәләк була.
Хәрәкәт иткән Skoda Octavia автомобиле мышы менән бәрелешә. Машина юлдан сығып оса һәм ағасҡа бәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель дә, бәлиғ булмаған пассажир ҙа урында вафат була. Мышы ла йән бирә.
Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.
Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Мышылар ҙа, айыуҙар ҙа юлға йыш сыға. "Ҡырағай хайуандар" билдәләрен инҡар итмәгеҙ, юлда иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ. Айырыуса киске эңерҙә һәм төндә, сөнки күреү һәләте кәмей, ҡапыл юлға килеп сыҡҡан хайуанды күреп тә, транспортты тиҙ генә туҡтатып та булмай.
Фото: БР ДАИ/В. Севастьянов.