Иглинда йөк машинаһы тәгәрмәсе аҫтына эләккән алты йәшлек ҡыҙҙың атаһы Илвир Заманов Салауат районының Таймый ауылынан икән. Ул кесе биш йәшлек ҡыҙы менән ауылына ата-әсәһенә хужалыҡ һәм ремонт эштәрендә ярҙамлашырға ҡайтҡан булған.
Ғаиләһе менән йәшәгән Иглинда өлкән ҡыҙы юл-транспорт ваҡиғаһында бәлә күргәнен белгәс, йәһәтләп ҡайтырға сыға. Әммә Әшә ҡалаһы янында ҡабаланып үҙе лә аварияға осрай. Һөҙөмтәлә өсәүһе лә реанимацияға эләгәләр.
Шуныһы: ҡатыны Венера өсөнсөгә ауырлы. Ә таймыйҙар ғаиләгә ярҙам итеү маҡсатында аҡса йыя башлаған. Сөнки Замановтарҙың йорто ла, машинаһы ла кредитҡа алынған. Ярҙам итергә теләгәндәр өсөн Илвирҙың әсәһе Маһира Рауил ҡыҙының телефоны бирелгән: 8 987 046 47 55.
Аллаға шөкөр, барыһы ла тере, тик ҡыҙҙарға корсет кәрәк, сөнки уларҙың умыртҡа һөйәге ныҡ зыян күргән, ти таныштары. Барыһы ла яҡшы тамамланһын инде!
Фото: "На земле Салавата" гәзите төркөмөнән.