Өфөлә ҡот осҡос авария. Сельская Богородская урамы буйлап ҙур тиҙлектә елгән еңел машина юлдан сығып оса. Ул светофор бағанаһына барып бәрелә, тәгәрмәсе өҙөлөп китә.
Фажиғәлә бер кеше һәләк була, биш кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Машинаға алты кеше тейәлеп, ҙур тиҙлектә елдереүҙәренә ҡарағанда уға йәштәр тейәлгән булғандыр.
Водителдәр иғтибарына! һеҙ кеше ғүмерҙәре өсөн яуаплы. Моңһоҙлоҡ, яуапһыҙлыҡ яҡшыға алып бармай. Шуны аңлаһағыҙ ине. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ.
Фото: БР ДАИ-һы.