Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
19 Июль 2025, 17:00

Бер ғәйепһеҙ кешене һәләк иткән

Ә уға 40 ҡына йәш. Йәшәргә лә йәшәргә ине...

Бер ғәйепһеҙ кешене һәләк иткән
Бер ғәйепһеҙ кешене һәләк иткән

Төндә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 52-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

42 йәшлек водитель «Тойота Королла» автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм ҡаршы килгән «Фольксваген Поло» менән бәрелешә, тип хәбәр итә республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Һөҙөмтәлә «Фольксваген Поло»ның 40 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Тағы ла дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Тиҙлек режимын күҙәтегеҙ, тыйылған урында алдағы транспортты уҙып китергә маташмағыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Ҡабаланып, һеҙ бараһы урынығыҙға биш-ун минутҡа иртәрәк барып етерһегеҙ. Бәлки, бөтөнләй барып та етмәҫһегеҙ. Етмәһә, ошо ваҡиғалағы кеүек, ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыйырһығыҙ. 

Балаларығыҙҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Уларға йәше етмәйенсә, хоҡуғы булмайынса тороп, питбайк, мопед, мотоцикл алып бирмәгеҙ. Йәйге каникулда уларға бәйле һәләкәттәр ҙә күбәйҙе. 

Фото: ДАИ/видеонан скриншот.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас