Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
19 Июль 2025, 23:30

"Әсәһе күптән түгел генә ирен ерләгәйне..."

Шаршамбыла эшкә бер танышыбыҙ килгәйне. "Уф, юл буйында мотоциклсы машинаға бәрелеп үлеп ята", - тине. Ҡайтҡанда шул урындан үттек. Уғаса интернеттан "йәш егет булған" тигәнде уҡығайным. 

"Әсәһе күптән түгел генә ирен ерләгәйне..."
"Әсәһе күптән түгел генә ирен ерләгәйне..."

16 июлдә Өфөлә Затон шоссеһында йәш мотоциклсы һәләкәткә осрағайны. Ул Өфө районының Бейғол ауылынан 25 йәшлек егет булып сыҡты.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Suzuki мотоциклы водителе, Кушнаренко районы яғынан хәрәкәт иткәндә, транспортҡа идара итә алмай һәм юл ситендә туҡтап торған "Лада Гранта"ға бәрелә. Алынған йәрәхәттәрҙән йәш кеше ашығыс ярҙам хеҙмәте килгәнсе урында вафат була.

Егеттең исеме Радмир А. Уға ни бары 25 йәш була. Ул Өфөнән 30 километр алыҫлыҡтағы ауылда йәшәй, автомобилдәргә быяла ҡуйыусы булып эшләгән.

Күп егеттәр кеүек, мотоцикл алыу уның хыялы була. Уның өлкән ағаһы Илмир ҙа мототехника менән мауыға һәм бер нисә йыл элек етди аварияға эләгә - ул саҡта иҫән ҡала, әммә бер ни тиклем ваҡыт комала була. Хәҙер ғаиләгә тағы ла ҡайғы килде...

"Әсәһе яңғыҙ. Күптән түгел ирен ерләне, һәм бында тағы бер ҡайғы, - тип һөйләй Радмирҙың дуҫы Елена. Уның әйтеүенсә, егет бик яҡшы кеше булған.

Әсәһенән һәм Илмирҙан тыш, Радмирҙың 18 йәшлек ҡустыһы һәм 14 йәшлек һеңлеһе бар. Туғандары хәҙер иң ауыр ваҡытты кисерә - йәш егет ғаилә лә ҡороп өлгөрмәй: ҡатыны һәм балалары булмай.

Радмирҙы кисә ерләнеләр. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: соцселтәр/Өфө ҡалаһының автоинспекцияһы.

Сығанағы: https://www.ufa.kp.ru/daily/27726/5115725/

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас