Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
27 Июль 2025, 23:00

Автобус түңкәрелгән: 26 кеше йәрәхәтләнгән

Ике пассажир ауыр хәлдә. Ҡайһы берәүҙәрҙе Өфөгә күсереү мәсьәләһе хәл ителә.

Автобус түңкәрелгән: 26 кеше йәрәхәтләнгән
Автобус түңкәрелгән: 26 кеше йәрәхәтләнгән

Бөгөн Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы юлында Ҡыйғы районында пассажирҙары менән автобус түңкәрелгән. Ул Удмуртиянан 43 туристы алып китеп барған. 

38 йәшлек водитель транспортҡа идара итеүҙе юғалта, һөҙөмтәлә автобус ауа. 30-ға яҡын кеше зыян күргән.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, урынға ете "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте бригадаһы бара. 15 кешене Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына алып китәләр, уларҙың һигеҙен дауаханаға һалалар, шуларҙың икәүһе ауыр хәлдә. Тағы 11 кешене Ҡыйғы дауаханаһына алып китәләр.

Ҡайһы бер пациенттарҙы Өфөгә күсереү хәл ителә. Еңелсә зыян күргән 18 кеше амбулатор рәүештә дауалана.

Йәрәхәтләнмәгән туристар мобиль пунктта урынлаштырылған.

Фото: БР ДАИ.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас