Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
28 Август 2025, 00:40

Питбайкта йөрөп һәләк булған баланың атаһы: "Ғәфү ит, улым!"

Өфөлә 12 йәшлек малай питбайкта еңел машинаға бәрелеп һәләк булғайны. Фажиғә урынына килеп еткән атаһының илағанына ҡарауы ауыр. Ир техниканы улының тыуған көнөнә бүләк иткән булған...

Питбайкта йөрөп һәләк булған баланың атаһы: "Ғәфү ит, улым!"
Питбайкта йөрөп һәләк булған баланың атаһы: "Ғәфү ит, улым!"

Элекке көн Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә питбайкта китеп барған 12 йәшлек малай ҡаршыға килгән еңел автомобилгә бәрелә. Ул шлемда була, әммә был уны ҡотҡармай - үҫмер машинаның алғы тәҙрәһенә бәрелеүҙән алған ауыр йәрәхәттәрҙән табиптар килеп еткәнсе үк йән бирә.

Ваҡиға Башҡорт атлы дивизияһы урамында булған. Ә "Инфинити" рулендә 29 йәшлек ҡатын ултырған. 

Һуңғараҡ «Вся Уфа» телеканалы күрһәткән видеояҙмала фажиғә урынына килеп еткән атайҙың улының йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлап илауы күренә. «Ғәфү ит мине, зинһар», — тип ҡабатлай ул. Һуң шул, баланы кире ҡайтарып булмай...

Әйтеүҙәренсә, был шәп бүләкте атаһы улының тыуған көнөнә бүләк иткән була. Их, уның балаһының ғүмерен ҡыйырға сәбәп булырын белһә инесе...

Ата-әсәләр! Питбайктар урамда йөрөр өсөн түгел, уларҙа йорт араһында ғына хәрәкәт итергә була. Унда ла хәүефле. Бындай бүләк бәләкәстәр өсөн иртәрәк әле. Улар ҡағиҙәләрҙе лә белмәй, ҡурҡыныс тураһында ла уйламай. Яңыраҡ полицияның һигеҙ йәшлек кенә малайҙы питбайкта тотоп, техникаһын штраф туҡталҡаһына алып киткән видеояҙма таралды. Ошо йәштә бала шундай техникаға идара итә аламы, уға көсө етәме ни?! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән, был турала ныҡлы уйланығыҙ, балаларығыҙҙы ла киҫәтегеҙ.

Фото: БР ДАИ-һы.

Питбайкта йөрөп һәләк булған баланың атаһы: "Ғәфү ит, улым!"
Питбайкта йөрөп һәләк булған баланың атаһы: "Ғәфү ит, улым!"
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас