Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?

Яңы видео телдең берҙәмлеге тураһында уйланырға мәжбүр итә.

Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?
Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?

Жаргонизмдарҙың һәм башҡа телдән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең киң һәм йылдам таралыуы дәүерендә эксперттар кешеләргә үҙ-ара аңлашыуҙы юғалтыу хәүефенең янауы хаҡында йышыраҡ иҫкәртә.

“Берләштергән тел: сленг беҙгә берҙәм булырға нисек ҡамасаулай”  тигән яңы видеояҙма тамашасыларға “Әлеге һөйләшеү рәүеше йәмғиәттең берҙәмлеге өсөн ҡаршылыҡ тыуҙырмаймы?” тигән һорау хаҡында уйланырға тәҡдим итә.

Видео авторҙары, рус теле – аралашыу өсөн һүҙҙәр йыйылмаһы ғына түгел, ә милли мәҙәниәттең, үҙенсәлектең нигеҙе, көслө берләштереүсе фактор, тип билдәләй. Әммә сленгтың күпләп ҡулланылыуы, һүҙҙәрҙе сит телдән нигеҙһеҙ үҙләштереүҙәр һәм телмәр штамптары көнкүрештә лә, мәҙәниәттәрҙең аралашыуы кимәлендә лә үҙ-ара аңлашыуға ҡамасаулай, тигән фекерҙә улар.

Видеояҙмала хатаһыҙ, йөкмәткеле, саф телмәрҙең үҙеңә һәм эргәңдәгеләргә ҡарата ихтирам сараһы булыуына баҫым яһала. Тап ул ныҡлы милләт-ара бәйләнеш булдырырға, белемде тапшырырға, йолаларҙы һәм сәнғәтте һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Кешеләр аңлайышлы, матур рус телендә һөйләшкәндә бер-береһенә яҡыныраҡ, көслөрәк була.

“Әйҙәгеҙ, рус теле беҙгә аңлашылмаусанлыҡ сығанағы түгел, ә барыбыҙҙы ла берләштергән ҡеүәтле сара булып хеҙмәт итһен”, – ти видео авторҙары. Яҙма туған телдең киләсәгенә битараф булмағандар өсөн тәғәйенләнә.  

Фото: ok.ru/mgazetarb/topic/158729437355350

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас