Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
26 Август 2025, 20:50

Пенсияны һатып алып була. Быйыл күпме түләргә?

Пенсияға сығыр өсөн етерлек стаж һәм балл кәрәк. Етмәһә, һатып алырға була. Уларҙың быйылғы күләме һәм хаҡы билдәләнде.

Пенсияны һатып алып була. Быйыл күпме түләргә?
Пенсияны һатып алып була. Быйыл күпме түләргә?

Пенсия балдарын һатып алырға мөмкин. Мәҫәлән, быйыл бер балдың хаҡы 60 698,36 һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта һатып алыуға сикләү бар – йыл дауамында дөйөм хаҡы 473 932,9 һумлыҡ 7,808 баллдан артығын һатып алырға ярамай.

Сенатор Наталия Косихина билдәләүенсә, быйыл 59 241,6 һумға кәмендә 0,976 пенсия балын һатып алырға мөмкин.

Хеҙмәт стажын да һатып алырға мөмкин. Быйыл 7,5 йылдан артығын алып булмай, уларҙың һәр ҡайһыһы буласаҡ пенсионерға 59 241,6 һумға төшә.

Әгәр кеше рәсми рәүештә эшләмәһә, ул страховка пенсияһын рәсмиләштерә алмаясаҡ. Әммә дәүләт социаль пенсияны биш йылға һуңыраҡ түләйәсәк.

Н. Хәлисов фотоэтюды.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас