Йәмғиәт
6 Август 2021, 06:42

Ғәрәсәт алдында беҙ көсһөҙ шул...

Саҡмағош һәм Өфө райондары дауылдан ҙур зыян күрҙе.

Ҡотҡарыусылар алдан иҫкәрткәйне: 4 августа республиканың ҡайһы бер райондарында көслө ел иҫеүе, дауыл сығыуы, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Кискә ҡарай юрағандары юш килде: Саҡмағош, Өфө, Дүртөйлө райондарында дауыл булып, байтаҡ кешенең һәм ойошмаларҙың мөлкәте зыян күрҙе.

Кис көнө ашығыс хеҙмәттәрҙән берәм-берәм дауыл эҙемтәләре тураһында яңылыҡтар килә лә башланы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш­ҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районының Булгаков ауылында Азатлыҡ урамында урынлашҡан “Магнит” магазинының ҡыйығы емерелгән. Бында тәбиғәт ғәрәсәте яҡынса киске сәғәт 7-се 20 минутта үткән. Ҡыйыҡ магазин янында торған ике автомобиль өҫтөнә төшкән. Шөкөр, йәрәхәтләнгән һәм һәләк булған кешеләр юҡ. Ҡыйыҡтың бер өлөшө Өфө – Ырымбур трассаһына барып ҡапланған. Шулай ҙа машиналар күпләп йөрөп торған юлды япмағандар: яуаплы хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала хәлде төҙәткән. Супермаркет бинаһын йүнәтеү эштәре башланды ла инде. Ремонт ваҡытында магазин ябыҡ торасаҡ.

Әйткәндәй, күптән түгел генә, июль аҙағында, ошоға оҡшаш хәлдәр Өфө районының Миловка һәм Ҡыҙылъяр ауылдарында ла булғайны. Район хакимиәте башлығы Вилорий Угаровтың социаль селтәрҙәр аша хәбәр итеүенсә, ул саҡта был ауылдарҙағы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелгән.

4 августа дауылдан иң ҙур зыянды Саҡмағош районы күргән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә хакимиәт башлығы Реканс Йәмәлиев хәбәр итте.

“Бөгөн беҙҙең районда көслө дауыл үтте, ул район үҙәгенә ҙур ғына зыян килтерҙе. Ағастар йығылыу сәбәпле урамдарҙа хәрәкәт сикләнде, Коммунистик, Тыныслыҡ һәм Азатлыҡ урамдарында ҡыйыҡтар осто, электр линиялары өҙөлдө. Шәхси секторҙа тиҫтәләгән йорт, белем биреү учреждениелары биналары, сауҙа объекттары емерелгән. Әле кешеләр дауыл эҙемтәләрен барларға сыҡты. Шөкөр, зыян күргән кешеләр юҡ”, – тип яҙҙы ул.

Хакимиәт башлығы ашығыс рәүештә етәкселәрҙе йыйып, ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышы үткәргән. Авария бригадалары булдырылған, зыян күләме һанала. Тәү сиратта электр уты менән тәьмин итеүҙе тергеҙергә һәм юлдарҙы ағастан таҙартырға ҡушылған.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр тәбиғәт стихияһы алдында көсһөҙ. Шуға күрә һәр кемдән иғтибарлы булыуҙы һәм балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмауҙы үтенәм”, – тине Реканс Йәмәлиев.

Шул уҡ кисте ҡайһы бер кешеләр дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙе һорап Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙа башланы. Мәҫәлән, Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылында көслө елдән һуң “электр энергияһы юҡ” тигән хәбәр килгән. Кешеләр өйҙә ут булмауын белдергән һәм уны тиҙ арала тергеҙеүҙе һораған. Дүртөйлө районы хакимиәте был мөрәжәғәткә шунда уҡ яуап бирҙе: “Башкирэнерго” электр селтәренең дүрт бригадаһы линия өҙөлгән ерҙә эшләй һәм бөгөн үк, мөмкин булыу менән, электр тергеҙеләсәк”.

Тәбиғәт ғәрәсәте килтергән зыян эҙемтәләрен бөтөрөү эшен­дә 42 кеше һәм 12 берәмек техника ҡатнашҡан.

4 августа йәшен һуғыу арҡа­һында янғын да сыҡҡан. Был хәл Бөрөлә була: йәшен ҡаланың Социалистик урамында урынлашҡан ике ҡатлы йортҡа тейә. Янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта ике йорттоң яныуы асыҡлана. Тик ике сәғәттән һуң ғына уны һүндереүгә өлгәшәләр. Был эштә 30 кеше һәм 15 берәмек техника ҡатнаша. Һәләк булғандар юҡ, әммә зыяндың күләме ҙур: өс ағас йорт, ике һарай, мунса менән гараж янып юҡҡа сыҡҡан.

Райондарҙан килгән фото­ларҙы ҡараһаң – ҡот осорлоҡ! Тәбиғәт ғәрәсәте алдында кеше һәм ул төҙөгән биналар көсһөҙ шул.

Был дауылдарҙың ҡорбандар­һыҙ ғына үтеп китеүе бик ҙур ҡы­уа­ныс, әлбиттә. Юғиһә, бындай дауылға эләкһәң, йә өҫтөңә ауыр ҡыйыҡ килеп төшһә, еңел генә ҡотолоп булмауы көн кеүек асыҡ. Иң мөһиме – дауыл мәсьәләһе власть органдары иғтибарында, барлыҡ мөрәжәғәттәр ваҡытында ҡарала, тейешле саралар күрелә. Халыҡ араһында борсолоу юҡ – барыһы ла ваҡытында һәм тейешенсә хәл ителәсәк.

Саҡмағош менән Өфө райондарынан тыш, Ауырғазы, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә һәм Шаран райондары ла бер ни тиклем зыян күргән.

Дауыл эҙемтәләрен шул уҡ көндә бөтөрә башланылар. Кискә ҡарай Дүртөйлө районында электр селтәре тергеҙелде. Бында 414 йорт һәм 1000 кеше утһыҙ ҡалғайны. Төнгө 11-се сәғәттә Шаран районында ла проблема хәл ителде – 90 йортта өҙөлгән электр тергеҙелде.

5 августа ла тергеҙеү эштәре дауам итә. Һуңғы сәғәт өсөн көнүҙәк мәғлүмәтте район хакимиәттәре башлыҡтары социаль селтәрҙәрҙә баҫтырып тора. Урындағы властар, авария бригадалары һәм халыҡ бик оператив эшләй.

Әгәр һеҙгә стихия эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам кәрәк икән, йәшәгән урынығыҙ буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ.

“Башгидромет” мәғлүмәттәре буйынса, әлеге көндәрҙә лә хәүеф бар. Республиканың көньяғында аномаль эҫелек һаҡлана, ул урыны менән 38 градусҡа етә. Шулай уҡ урыны менән йәшен, көслө ямғыр, эре боҙборсаҡ яуыуы көтөлә, ел көсәйәсәк.

Барығыҙҙы ла иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

Әле йәйҙең тағы бер айы ҡалды. Уны имен генә үткәрергә яҙһын. Шулай ҙа тәбиғи ғәрәсәттәр ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәк икәнлеген белеп ҡуйыу артыҡ булмаҫ. Үрҙәге кәңәштәрҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлы­ғының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре бирә.

Әгәр хәүефле хәлдә ҡалаһығыҙ йәки кемгәлер ҡотҡарыусылар ярҙамы кәрәк икән, тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәтенә 01, (мобиль телефондан шылтыратҡанда – 101) аша хәбәр итегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм номеры – 112. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы телефоны – 8 (347) 233-99-99.

 Көслө ел иҫкәндә:

* әгәр бина эсендә икәнһегеҙ, бөтә тәҙрә һәм форточкаларҙы ябығыҙ;

* электр, газ һәм һыуҙы һүндерегеҙ, лифтты ҡулланмағыҙ;

* тәҙрәләргә яҡын килмәгеҙ, ванна бүлмәһе, коридор кеүек урындар хәүефһеҙ;

* тышта ҡалһағыҙ, тиҙ арала подъезға йәки башҡа ныҡлы төҙөлгән бинаға инергә тырышығыҙ;

* ағас һәм ныҡлап беркетелмәгән конструкциялар аҫтында, йәмәғәт транспорты туҡталышында, реклама таҡталары янына, төҙөлөп бөтмәгән биналар, йорттар стеналары янында йәшенмәгеҙ. Был урындарҙа машинағыҙҙы ла ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ;

* өҙөлгән сымдарға, сайҡалып торған бағаналарға һәм конструкцияларға яҡын бармағыҙ;

* ҡартайған, серегән һәм яңғыҙ торған ағастарҙан һаҡланығыҙ, уларға яҡын бармағыҙ;

* янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Көслө ел ваҡытында бәләкәй генә ут сатҡыһы ла ҙур янғынға әйләнеүе ихтимал.

Был ҡағиҙәләрҙе үҙегеҙ ҙә белегеҙ һәм балаларығыҙға ла өйрәтеп ҡуйығыҙ. Тәбиғәт ғәрәсәттәре тураһында иҫкәртеү булһа, балаларҙы урамға яңғыҙ сығармағыҙ, мөмкин булһа, эҙләп табып алып ҡайтығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәл күптән түгел Бишбүләк районында булды: дауыл ваҡытында 14 йәшлек ҡыҙ баланың өҫтөнә емерек ҡыйыҡ төштө. Әле ул һаман ауыр хәлдә дауаханала ята. Ошоноң кеүек күңелһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн алдан һаҡланыу – иң яҡшыһы.

 Ҡапыл боҙборсаҡ яуа башлаһа:

* әгәр һеҙ бинала икән, тәҙрәләрҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ;

* электр приборҙарын файҙаланмағыҙ, сөнки боҙборсаҡ яуғанда, ҡағиҙә булараҡ, йәшен дә йәшнәй;

* әгәр тышта ҡалһағыҙ, тиҙ арала йәшенер урын табығыҙ. Был мөмкин булмаһа, тәү сиратта башығыҙҙы һаҡлағыҙ. Башты ҡулдар, сумка, кейем менән булһа ла ҡапларға тырышығыҙ;

* ағас аҫтына йәшенмәгеҙ. Бында, беренсенән, йәшен һуғыу хәүефе булһа, икенсенән, эре боҙборсаҡ һәм көслө ел ағас ботаҡтарын һындырып, өҫтөгөҙгә төшөрөүе ихтимал.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас