Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2021, 09:01

Парктар һәр йәһәттән уңайлы булырға тейеш

rb7.ru
Фото:rb7.ru

Белеүебеҙсә, 28 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө халҡына баш ҡаланың ниндәй парктарын тәү сиратта төҙөкләндереү буйынса фекерҙәрен еткерергә тәҡдим иткәйне.

Баш ҡала халҡы парктарҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы тауыш биреүен дауам итә. Әлеге мәлдә иң күбе Нефтехимиктар паркы өсөн йыйылған (34 процент). Дим районындағы Үҙәк парк һәм Инорстың Йылы күле янындағы парк зонаһы өсөн бирелгән тауыштар һаны 20-шәр процент тәшкил иткән. Башҡалар әлегә 10 процентлыҡ сикте үтә алмай. Урмансылар паркы – туғыҙ, Якутов исемендәге парк – ете, Мәжит Ғафури исемендәге парк – дүрт, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы – ете, Ленин исемендәге парк өс процент тауыш йыйыуға өлгәшкән.

Һуңғы парк буйынса фекерҙәр айырмалығы күҙәтелә. “Ленин паркын исемлектән алырға кәрәк. Унда нимәне төҙөкләндерергә мөмкин? Бары тик магазин һәм кафе ғына етмәй”, – тип яҙа Өфөнән бер кеше. “Емерек урындарҙы рәтләргә кәрәк, ә Ленин паркы сағыштырмаса яҡшы торошта”, – ти баш ҡалала йәшәгән икенсе берәү. “Ленин паркы – бик матур урын, әммә унда, ArtTerria аллеяһынан башҡа, ҡарарлыҡ ер юҡ. Бында инфраструктураны үҫтерергә кәрәк”, – тип билдәләгән бер ханым.

Ленин исемендәге парк – Рәсәй халыҡтарының төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫы объекты. Уға 1867 – 1872 йылдарҙа Өфө губернаторы Сергей Петрович Ушаковтың бойо­роғона ярашлы нигеҙ һалына. Уға тик­лем бында мал көтөү урыны булған. Губернатор резиденцияһының тәҙрәләре ошондай йәмһеҙ күренешкә ҡарап тормаһын өсөн был урында парк төҙөргә ҡарар итәләр. Уны Ушаков паркы тип атап йөрөтә башлайҙар. Ҡалалағы тәүге мәҙәни ял урыны була ул. Йылдар үтеү менән паркта каруселдәр, сауҙа нөктәләре, “Мир” йәйге кинотеатры барлыҡҡа килә. Ошонда уҡ ямғыр ваҡытында йүгереп барған үҫмерҙәр һынландырылған “Тәүге һөйөү” исемле беренсе фонтан асыла.

Паркка йәнәш кенә Софьюшка аллеяһы, Зыя Нуриев исемендәге сквер, Ленин урамындағы йәйәү­леләр биләмәһе, ArtTerria аллеяһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң скверы урынлашҡан.

Әлеге мәсьәлә буйынса Башҡортостан Башлығының йәмәғәт биләмәләрен һәм ҡала мөхитен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова ла үҙ фекерен белдерҙе.

– Парктарҙың барыһы ла ҙур әһәмиәткә эйә, әммә уларҙа комплекслы инфраструктура – велосипед, йәйәүлеләр юлдары булдырыу мөһимерәк. Парктар таҙа, уңайлы, төҙөк булыу менән бер рәттән, уларға илткән юлдар ҙа яҡшы, балалар өсөн дә, йәйәүлеләргә лә хәүефһеҙ, һәр кем йөрөй алырлыҡ булырға тейеш. Мин тәү сиратта комплекслы ҡала системаһы булдырыу өсөн тауыш бирәм.

Парк тигән төшөнсәгә киңерәк ҡарарға кәрәк. Ҡалабыҙҙа йәмәғәт урындары парктар менән генә сик­ләнмәй. Беҙ майҙандарҙы, урамдарҙы, йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙы, бульварҙарҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барырға тейешбеҙ. Өфөгә ундай урындар етешмәй, ә үҫешкән йәмәғәт урындарының күп булыуы баш ҡаланың йөҙөн, статусын билдәләй. Белеүебеҙсә, 90-сы йылдарҙан күптәрҙә Арбат идеяһы ҡыҙыҡһыныу уята. Минеңсә, Өфөгә тап ана шундай урындар – кешеләргә осрашыу, ваҡытты файҙалы үткәреү, үҙҙәрен күрһәтеү өсөн иркен биләмәләр етешмәй.

Бер генә йүнәлешле проекттарҙан инфраструктура булдырыуға күсергә ваҡыт. Яр буйҙарын төҙөкләндереү менән бер рәттән һыуҙарҙы таҙартыу, бысраҡ һыу аҡҡан ерҙәрҙе булдырмау, йылғаларҙың һайығыуына килтергән карьерҙарҙы ревитализациялау тураһында ла уйларға кәрәк, – тине Ольга Сарапулова.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас: