Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2021, 09:00

Өҫтөнлөк – үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә

Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Фото:Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.

Урындағы коллегаларыбыҙ хәбәр итеүенсә, Мәләүез ҡалаһында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” тигән исем аҫтында йәрминкә үткән.

 Унда Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең иң шәп продукциялары һатыуға сығарылған. Сара ҡала мәҙәниәт һарайы алдында булған. Йәрминкәне рес­публиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Мәләүез районы хакимиәте ойошторған. Кәштәләрҙә йәшелсә-емештән алып колбаса, сырға тиклем бөтәһе лә булған. Өйҙә беше­релгән ризыҡ, ит деликатестары, яңы һөт, аҡ май, еләк, бал, ҡымыҙ, буҙа... Республиканың бер нисә районынан килтерелгән улар.

Мәләүез халҡы төбәктә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биргәнен йәшермәй. Улар юғары сифаты ғына түгел, арзаныраҡ булыуы менән дә отошло, тиҙәр. Йәрминкә барышында халыҡ бушлай юридик ярҙам да алған. Эшһеҙ граждандар вакансиялар банкында резюме ҡалдырыу мөмкинлегенән файҙаланған.

“Бөгөн Мәләүезгә сәфәрҙең программаһы бик бай булды. Иртәнсәк 4-се мәктәптә булдыҡ, унан Аптраҡ ауылына килдек. Бында яңыр­тылған спорт залы асылды. Унан инде Муллағолда күп балалы атай Зөлфәт Ибра­һимовты барып күрҙек”, – тип мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан Мәләүездәге бөгөнгө саралар хаҡында Зариф Байғусҡаров.

Йәрминкә ваҡытындағы программа ла йөкмәткеле булған. Дауахана ҡаласығында “Һаулыҡ автопоезы” эшләгән. Унда Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре пациенттарҙы ҡабул иткән. Спорт һарайында мини-футбол, бокс һәм йөҙөү буйынса ярыштар ойошторолған.

Мәләүездең иң йәш вәкилдәре лә оно­толмаған. Кескәйҙәр күңелле конкурстарҙа, уйындарҙа, бейеү флешмобында ҡатнашҡан. Унда Өфө аниматорҙары эшләгән.

Нин­дәй сара йыр-моңһоҙ үтһен инде! Мә­ләүездәр ҙә рәхәтләнеп урындағы артистарҙың, шулай уҡ билдәле сәхнә оҫталарының сығыш­тарын ҡараған. Һуңғылары араһында Д. Харатьян, А. Абдразаҡов, Э. Фәтихова, Н. Самкова һәм үҙебеҙҙән Радик Юлъяҡшин да булған.

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: