Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 14:31

Әсә һағышы (Нәҫер)

Быйыл йәй илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуҙы билдәләне.  Был һағышлы ла, ҡайғылы ла көндә мин ошо ҡәһәрле һуғышта ғәзиз улдарын юғалтҡан моңһоу ҡарашлы әсәләрҙе иҫкә төшөрҙөм.

Күп йылдар үтһә лә, улар һаман улдарын көтә… Күптәре һағыныу һағыштарын үҙҙәре менән бергә мәңгелек йорттарына алып китте инде. Улар яуҙа юғалтҡан ғәзиз балаларын көнөн дә, төнөн дә көттө. Бөгөн ҡайтмаһа, бәлки, иртәгә йә унан һуң ҡайтыр тигән өмөт уларға сабырлыҡтарын һуҙырға ярҙам итте.

 …Миңлеямал инәйгә улының батырҙарса һәләк булыуы тураһында полкташтары хат яҙып ебәрә. Әсә ышанманы, уның улы ише тормошто өҙөлөп яратҡан кеше үләме ни?! Юҡ, ул иҫән, тип өҙгөләнде. Ары-бире һуғылып, йөрәк әрнеүенә түҙә алмайынса, улының ҡәҙерләп һаҡлаған тальян гармунына барып тотондо. Унан уның бармаҡ эҙҙәрен эҙләне, өйҙән киткәндә: “Әсәй, ҡайтҡас, тағы ҡапҡа алдында уйнармын!” – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө… Әсәнең йыйырсыҡлы йөҙөнән күҙ йәштәре ағып төштө, күҙ алдын томан баҫты. Ниңә шул тиклем аяуһыҙ был тормош?..

Әсәнең хәтерендә гелән улы Әхмәттең һыны. Бәлки, шул сәбәптәндер, күптәрҙе уға оҡшата. Ә ҡайһы саҡта “Әхмәт, балам!” тип ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ҡала, күңелендә улы һаман йәш килеш йәшәй. Улының тиңдәштәре инде бабайҙар рәтенә инеп барһа ла, ул уны оло кеше тип башына ла килтермәй.

Көттө, күҙ йәштәрен йөрәгенә йотоп көттө. Был зарығып көтөү әсәнең йөрәген телгеләне. Улыҡайын төштәрендә күреп, илап уянды. Йыш ҡына стеналағы рәсеме менән һөйләшә башланы: “Бигерәк тә генә оҙаҡланың… Нисек зәғифләнһәң дә ҡайт, улым, ҡайт инде!..” Унан ҡапыл “үлде” тигән һүҙ иҫенә төшөп, йөрәге дерелдәп, ҡайнар күҙ йәштәре ағырға тотона. Ғорур тауҙар ярылыр, йөҙйәшәр имәндәр шаулар ине әсә ҡайғыһынан һәм йән ғазабынан. Түҙә алмай улының сумаҙанын аса, унда ул тешләп ҡалдырған икмәк телеме ташҡа әйләнгән, уны ҡулына алһа, улының ҡайтып инеренә өмөтө арта.

Күҙ алдында үлеп, үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп ҡуйылһа, был тиклем үкенесле булмаҫ ине. Сит-ят ерҙә ятып ҡалған ғәзиз балаһының һөйәктәре өсөн меҫкен әсәнең йөрәге әрнеүҙән туҡтаманы һәм ошо билдәһеҙ көтөү, һүрелмәҫ һағыш һәм ғазап ер ҡуйынына уның менән бергә китте…

Ә Ер шарында һаман мәғәнәһеҙ һуғыштар ҡабынып, ҡабатланып тора. Беҙ, һуғыш балалары, ул замандың бар михнәтен тал сыбығындай иңдәребеҙҙә күтәрҙек, әсе ҡайғыһын йөрәктәребеҙҙә йөрөттөк. Улар оноторлоҡ түгел. Шуға күрә теләгебеҙ изге: Ер йөҙөндә һуғыш булмаһын, ейәндәребеҙ беҙ кисергән әсе ғазап-михнәттәрҙе күрмәһен.

Нисек кенә ҡатмарлы тойолмаһын, тормош барыбер матур: һәр иртәлә ал ҡояш ҡалҡа, ҡоштар һайрай, мең төрлө сәскәләр күҙҙәрен аса, йылы ямғырҙар яуа, йомшаҡ елдәр иҫә… Кеше ғүмере бер генә, ул ҡабатланмай, шуның өсөн донъяға тыуған һәр кем бәхетле йәшәһен һәм яратып туйып булмаҫ тормоштоң ҡәҙерен белһен ине!

Боҙҙарына һалып туңдырһа ла,

Уттарына һалып яндырһа ла,

Һис биҙҙермәй икән был тормош.

 

- Әминә ВӘХИТОВА.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: