Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2021, 13:28

Бейеү – йәшәү мәғәнәһе

Бөгөнгө һылыуҡайыбыҙ – сығышы менән Өфө ҡалаһынан булған Шәүрә Аҡъюлова. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ул күркәм юбилейын билдәләгән. Тыуған көнө – 2001 йылдың 28 сентябре.

Фатима Мостафина исемен­дәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназия­һында белем алған Шәүрә бәләкәйҙән бейеүгә ға­шиҡ. Ҡыҙ VIII класҡа хәтлем Фәйзи Ғәскәров исемен­дәге дәү­ләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамб­ле­нең балалар студия­һын­да шө­ғөл­ләнгән. Әйт­кәндәй, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған­да “Аҡйондоҙ” ансамблен­дә бейегән. Әлеге ва­ҡыт­та Баш­ҡорт дәүләт уни­вер­ситетының “Ирән­дек” ха­лыҡ бейеү­ҙәре ансамбле солисы. Яратҡан шөғөлөн уҡыу менән бергә алып бара. БДУ-ның  баш­ҡорт филологияһы, шәр­ҡиәт һәм журналистика фа­культе­тының III курс студенты ул.

– Минеңсә, иң күп ваҡыт – студенттарҙа, – тип һөйләй Шәүрә. – Төп эшем уҡыуҙан тыш бейеү ансамбленә йөрөйөм, университет һәм республика ки­мәлендәге төрлө йәмә­ғәт сараларында ҡат­на­шам. Тырыш­һаң, өлгөрөп була икән. Тиккә генә студент саҡ – күңелле осор, тимәй­ҙәр.

Шәүрә әйтеүенсә, ул сәйәхәт итергә ярата. Фәйзи Ғәскәров исемен­дәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансам­бленең балалар студия­һында шөғөллән­гәндә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Астана кеүек ҙур ҡала­ларҙа бейеү буйынса Рәсәй конкурстарында ҡатнашҡан. Шулай уҡ Төркиәгә һәм Италияға сәфәр ҡылған, Ҡаҙағстан­да булған. Бынан тыш, Ҡытайҙы ла барып күреү форсаты тейә йәш ҡыҙға. Инглиз теле уҡытыусыһы Зөһрә апаһы йәшәгән ҡалаға ул Фатима һы­лыуын да алып барған.

Нәзәкәтле, һылыу, бөтә яҡтан да уңған, әүҙем тормош алып барған, киң ҡарашлы, инглиз телендә еңел аралашҡан, сая,  ҡыйыу ул замана ҡыҙы Шәүрә.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:  [email protected]

1-се турҙа һылыу­ҡай­ҙар үҙҙәре менән та­ныш­тыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһа­лая­саҡ. Интернет киң­лек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” но­ми­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһала­саҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

Рәзилә АБЫҘГИЛЬДИНА

Читайте нас: