Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2021, 18:48

“Ҡатынымды әрәм иттеләр...”

sethealth.ru
Фото:sethealth.ru

Мәүлиттең кәйефе бөтөнләй юҡ бөгөн. Ҡулына бер эш тә бармай: тегендә һуғыла, бында төртөлә, юҡ, барыбер ниәт иткәне килеп сыҡмай. Шикле уйҙар әленән-әле башын туҡтауһыҙ быраулай. Шулай ҙа бер аҙ ваҡыт үткәс: “Ҡарарҙы дөрөҫ ҡабул ҡылдым, башҡаса былай йәшәп булмаҫ ине...” – тип уйлап, ахырҙа баҡсала көслө ел ҡолатҡан кәртәне ипкә килтерә башланы.

Ул бынан һигеҙ йыл самаһы элек Фәниәһе менән танышҡайны. Бер күреүҙән ғашиҡ булды ҡыҙға. Тегенеһе лә егетте үҙ итте, беренсе тапҡыр киноға саҡырғанда ла “юҡ” тимәне. Шулай һәүетемсә ғаилә ҡороп, матур йәшәп киттеләр. Икеһенең дә яратҡан эше бар. Мул булмаһа ла, ярайһы хеҙмәт хаҡы алалар, башҡаларҙан ҡалышмай донъя көттөләр. Бәләкәй фатирҙарын – ҙурға, иҫке машиналарын яңыға алмаштырҙылар. Һәр хәлдә, ситтән барыһы ла яҡшы күренде...

Тик бына ҡатындың яңы әхирәте барлыҡҡа килгәс, барыһы ла үҙгәрә. Фәниә төрлө тренинг, үҙеңде камиллаштырыу, эҙләү ысулдары менән мауыға башлай. Үҙен алмаштырып ҡуялармы ни?! Яңы әхирәтенең арбаһына ултырып, уның көйөн көйләй. Ашарға әҙерләү йәһәтенән дә барыһы ла үҙгәрә: хатта бер көн кис ҡыяр менән помидорҙан салат ҡына әҙерләй. Ризаһыҙлыҡ белдергәс, “Һиңә кәрәк бит, үҙең әҙерлә”, – тип кенә ҡуя. “Аҡсаны ҡайҙа итәһең? Ниңә улай аҙ?” – тип тә һөйләнә башлай ҡатын.

Ахырҙа ир түҙмәй, өйҙән китергә ҡарар итә. Бына шулай хәҙер баҡсала көн күрә. “Ярай әле балабыҙ булып өлгөрмәне, – ти ул. – Бындай юлға баҫҡандар кире элекке холҡона ҡайтмай, тиҙәр. Әрәм иттеләр ҡатынымды...”

Ошондай тренингтар ысынлап та кешене боҙамы? Кем ниндәй фекерҙә?

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: