Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 14:39

“Экологик һабантуй”ға – ярты миллион һум

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы республикала тәүгеләрҙән Рәсәй Прези­ден­ты грантына лайыҡ булды.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы – республикала уңышлы, һөҙөмтәле эшләгән йәмәғәт ойошмаларының береһе. Быйыл районда Ҡоролтай хәрәкәте ойошторолоуға 25 йыл тулды. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, абруйлы уҙамандарҙың береһе Әмир Сәйғәфәров район башҡорттары ҡоролтайының беренсе етәксеһе итеп һайлана һәм ул 18 йыл дауамында ойошмаға етәкселек итә. Артабан уның эшен матбуғат ветераны Ғәлимйән Баймырҙин лайыҡлы дауам итә. 2016 йылдан Ришат Ишембәтов Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Бөгөн беҙ Ришат Вәкил улы менән урындағы ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге, уңыштары, халыҡ араһында алып барылған төрлө проект, акциялар, ауыл ерендә ойошторолған саралар хаҡында әңгәмәләштек.

 

– Ришат Вәкил улы, былтыр район башҡорттары ҡоролтайы республикала тәүгеләрҙән булып Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булды. Һөйләшеүҙе ошо еңеүҙән башлайыҡ әле.

– Ысынлап та, 2020 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Рәсәй Прези­ден­ты грантын отто. “Экологик һа­бантуй” тип аталған проекттың дөйөм күләме – 500 мең һум. Проектҡа ярашлы, райондың 10 ауыл биләмәһендә Һаҡмар йылғаһы буйында 200-әр төп ҡайын һәм ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ, уларҙы кәртәләп ал­дыҡ. “Ҡоролтай” аллеялары бар­лыҡҡа килде. Ауыл биләмәләре был акцияға бик әүҙем ҡушылды һәм изге эшкә бар йәмәғәтселекте йәлеп итте. Мәҫәлән, Таулыҡай һәм Темәс ауыл биләмәләрендә бер нисә аллея барлыҡҡа килде, Күсей ауыл халҡы иһә үҙ көсө менән “Ҡоролтай” аллеяһын булдырҙы.

“Экологик һабантуй” проекты нигеҙендә Һаҡмар йылғаһы буйында ултыртылған 2000 төптән ашыу ағас кәртәләп алынды, матур итеп буялды, тирә-яғы төҙөк­ләндерелде. Был эштәрҙең ба­рыһын да һәр ауыл халҡы өмәләр ярҙамында үҙ көсө менән ат­ҡа­рып сыҡты. Грант аҡсаһы биш со­ҡор ҡаҙғыс, төҙөлөш материалы һатып алыуға һәм бан­нерҙар эшләтеүгә тотонолдо. Шулай уҡ был проектты тор­мошҡа ашы­рыу­ҙа ижади ҡараш һәм ҙур әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Ярат ауыл биләмәһе (баш­лығы – Фәнүр Йәрмө­хәмәтов) – беренсе урынға, Билал (Илдар Саптаров) менән Темәс (Айгөл Байрам­ғолова) – икенсе урынға, Тау­лы­ҡай (Фуат Сәйетов) һәм Ниғә­мәт (Булат Тайбугин) ауыл билә­мә­ләре өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Ҡолсора, Йомаш, Әбделкәрим һәм Беренсе Этҡол ауыл билә­мәләре халҡы тырышлыҡ һәм әүҙемлек күрһәткәне өсөн Ҡорол­тайҙың махсус дипломы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, быйыл да “Мул һыулы Һаҡмар” һәм “Ҡоролтай” аллеялары проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә, яҙлы-көҙлө ауылдарҙа ағас ултыртыу әүҙем бара.

 

– Тағы ла ниндәй проекттар буйынса маҡсатлы эш алып барыла?

– Иң ҙур проекттарыбыҙҙың береһе – “Сәләмәт ауыл” акция­һы. Уны бишенсе йыл рәттән ойошторабыҙ. Күптәр был проектты республика буйынса барған “Айыҡ ауыл” конкурсы менән бутай, әммә шуны әйтергә кәрәк, тап ошо “Сәләмәт ауыл” акция­һында ҡатнашыусылар, бер аҙ көс туплап, берләшеп, сәмләнеп республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерә лә инде. Мәҫәлән, Йылым ауылы “Айыҡ ауыл-2019”-ҙа икенсе урынға лайыҡ булһа, быйыл “Айыҡ ауыл-2020” сара­һында Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы беренсе урынға сыҡты һәм 5 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Әле грант аҡсаһына ауылды төҙөкләндереү эше башланды.

Шуныһы ҡыуаныслы: “Сәләмәт ауыл” проектына ярашлы, күп ауылдарыбыҙ сәләмәт тормошҡа йөҙ бора, рухи йәһәттән күтәре­леш кисерә. Эскелеккә ҡаршы көрәш киң йәйелдерелә, халыҡ үҙе лә спортҡа, сәләмәт йәшәүгә ынтыла, төрлө спорт ярыштары ойошторола, халыҡ унда әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә йәш ғаиләләрҙең балалары менән бергә спортты үҙ итеүе ҡыуандыра, сәләмәт ғаиләлә һау-имен балалар тәрбиәләнә. Ололар менән йәштәр араһында быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә. Ҡыҙҙар, әсәй-өләсәйҙәренән күреп, төрлө матур ғәҙәттәргә, ҡул эштәренә өйрәнә. Малайҙар атай-олатайҙарына ҡарап ир тәр­биәһе ала. Был эштәрҙең бары­һында ла ауылдарҙа ойошторол­ған ҡоролтай, ир-егет ҡорҙа­ры­ның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Әйткәндәй, район башҡорт­тары ҡоролтайының башҡарма комитеты биш проект буйынса маҡсатлы эш алып бара. Шулар­ҙың береһе – “Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү”. Тәү ҡарашҡа, беҙ­ҙең районда туған телде өйрә­неүгә бәйле проблемалар юҡ та кеүек, башҡорттар йәшәгән төбәктә барыһы ла яҡшы кеүек күренәлер ҙә. Әммә был юҫыҡта ла байтаҡ мәсьәләләр бар, уларҙы хәл итеүҙе бөгөндән үк ғаиләлә башлау зарур. Иң етди проблема – бөгөн кескәй бала­ларҙың теле әсә телендә түгел, ә төрлө гаджеттарҙы ҡарап өйрәнгәнгә күрә, рус телендә асыла. Хатта ауылдарҙа балалар баҡсаһына йөрөгән балалар үҙ-ара русса һөйләшеп маташа. Ата-әсәһе, тәрбиәселәр уға баш­ҡортса өйрәтмәй, шул балаға телен вата-емерә русса һүҙ ҡушып маташа. Көлөрһөң дә, иларһың да... Ә аҙаҡтан “балалар баш­ҡортса белмәй” тип зарланабыҙ. Бында бөтә нәмә ата-әсәнән килә, ғаиләлә һалынған матур ғәҙәттәр артабан балалар баҡсаһында, аҙаҡ мәктәптә дауам итә.

“Туған телде һаҡлау һәм үҫ­тереү” проектына ярашлы, баш­ҡарма комитет һәм абруйлы башҡорт теле уҡытыусыларынан төҙөлгән комиссия, ҡаланың бөтә белем учреждениеларында булып, был юҫыҡтағы эштәр менән яҡындан танышты, йәғни йәмәғәт мониторингы үткәрҙе. Һығым­талар район хакимиәтенең мәға­риф бүлегенә, район хакимиәтенә еткерелә. Шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт ҡоролтайҙары ойоштороу тәҡдимен дә индерҙек, әммә ул белем усаҡтарында әллә ни хуплау тапманы. Был тәңгәлдә Ишмырҙа мәктәбен (директоры Иҙел Монасипов) генә өлгө итеп күрһәтергә була.

 

– Ришат Вәкил улы, һеҙ етәк­селек иткән ойошманың яҡшы эшләүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ, әммә бар эште лә яңғыҙ атҡарып сығыу мөмкин түгел. Ауыл­дарҙағы ҡоролтайҙар, уларҙың етәксе­ләре лә һеҙгә бар яҡлап ярҙам күрһәтәлер бит? Ғәмәлдә ниндәй ауылда ҡоролтайҙың эше яҡшы яҡтан баһалана?

– Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, йәмәғәт ойошмаларының барыһы ла йәмәғәт башланғысында эш­ләй, уларға хеҙмәт хаҡы түлән­мәй, аҡса бүленмәй, шуға күрә ауылдарҙа күп эш башлыса халыҡ ярҙамында, уның теләге һәм инициативаһы менән атҡа­рыла. Әммә уларҙы ла ойоштороп ебәреүселәр, әйҙәүселәр кәрәк. Урындағы ҡоролтай етәксе­ләре халыҡ менән бергә эш алып барған ауылдарҙа ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ҡоро бергәләшеп, иңгә-иң ҡуйып хеҙ­мәттәшлек итә. Мәҫәлән, Ишбир­ҙенән ҡоролтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов, Таулы­ҡайҙан Йәүҙәт Мөхәмәтйәров, Ниғәмәт­тән Юлай Кәримов, Күсейҙән Ҡунаҡбай Уйылдановтарҙы маҡ­тап телгә алыр инем. Әйткәндәй, йыл һайын “Йыл ҡоролтай рәйесе”, “Йыл ир-егеттәр ҡоро рә­йесе” номинацияларын булды­рып, районда үткән йыл йом­ғаҡтарын барлау тантанаһында тапшырып барабыҙ. Был да ниндәйҙер кимәлдә йәмәғәт ойошма­ларының мәртәбәһен арттыра.

Әлбиттә, проекттарҙың бары­һы­на ла туҡталып, уларҙың эше хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Мин гәзит уҡыусыларҙы уларҙың бер нисәһе менән генә таныштырыр инем.

 

– Әле районда “Сәләмәт ауыл”­дың сираттағы конкурсы дәррәү бара, быйыл иғлан ител­гән “Сылтыр шишмә” акцияһына ҡушылыусылар ҙа бихисап. Һуңғыһы хаҡында бер аҙ мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.

– Быйыл Баймаҡ районы баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, республика Башлығы Радий Хәбировтың “Атайсал” проектына һәм “Сәләмәт ауыл” район конкурсына ярашлы, “Сылтыр шишмә” акцияһы иғлан итте. Өфө ҡалаһының Ленин районы баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Әҙе­һәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе директоры, Буранбай ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Әхиәт Ғәйетбаев был акцияны тәүгеләрҙән башлап ебәрҙе. Ул, ауылындағы Һыулүәк шишмәһенең башын таҙалап, кәртәләп алып, башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтте. Был эшкә ауыл халҡы ла ихлас ҡушылды, улар шишмәне төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ Өфөлә йәшәгән йәнә бер яҡташыбыҙ – танылған ғалимә Миңһылыу Усманова, тыуған еренең Йылы ҡойо тип аталған шишмәһен һаҡлап ҡалыу өсөн етәрлек аҡса бүлеп, Ишмөхәмәт ауылы халҡы ярҙамында был изге эште атҡа­рып сыҡтылар. Әйткәндәй, Миң­һылыу Ғөбәйт ҡыҙы бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән Үрге Иҙрис ауылындағы Ҡарттар ҡо­ҙоғон кәртәләп алыуға ла үҙ өлө­шөн индергәйне. Яҡта­шы­быҙҙың изге эше маҡтауға лайыҡ, әлбиттә.

Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә күп ауылдарҙа шишмә, ҡоҙоҡ, хатта йылға-инеш баштары ҡороуға дусар булды, шуға күрә уларҙы таҙартып, кәртәләп алыу – бик кәрәк һәм әһәмиәтле ғәмәл. Шуныһы иғти­барға лайыҡ: кәртәләп алынған ҡоҙоҡ, инеш-шишмә башы таҙар­тылып, кәртәләп алынғас та, күптәренә һыу ҡайтып, сылтыр ғына аға башлауы күҙәтелә. Тимәк, беҙ башҡарған эштәр юҡҡа түгел, тәбиғәткә саҡ ҡына иғтибар булғанда, ул үҙе үк кешегә ярҙамға килергә әҙер. Һуңғы көндәрҙә Күсей ауыл биләмәһендә ҡоҙоҡтарҙы кәртәләп алыу буйынса бик матур эштәр башҡарылды. Семеновка ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимов етәкселегендә бөтәһе 12 шишмә кәртәләнде. Уларҙың һәр береһенә шәхсән рәүештә йөрөп сыҡтыҡ. Бына бит тәбиғәтте һаҡлау, шишмәләрҙе тергеҙеү буйынса ниндәй әһәмиәтле эштәр атҡарыла.

 

– Эшегеҙҙә уңыштар насип булһын. Халыҡ, тел, ил яҙмышы өсөн борсолоп, аныҡ эштәр баш­ҡарған, изге ғәмәлдәре менән күптәргә өлгө булған Баймаҡ районы башҡорттары ҡорол­тайы артабан да һөҙөмтәле эшләһен, урындарҙағы ҡорол­тайҙар үҙ эшен артабан да йәнләндереүен дауам итһен.

 

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

Баймаҡ районы.

Читайте нас: